Әсәкәйем/Айтуған БИЛАЛОВ
amira 23-09-2013, 14:23 1 183 Бәпембә-2013 / ШиғырҙарӘсәкәйем, берҙән-берем —
Һине бик ныҡ яратам,
Һинең матур исемеңде
Гөл сәскәгә оҡшатам.
Әсәйҙән дә яғымлыраҡ
Юҡ кеше был донъяла.
Ауырлыҡтар инде баҫһа,
Әсәкәйем йыуата.
Әсәйемдең ҡулы алтын,
Тәмле аштар бешерә.
Баҡсабыҙҙа матур-матур
Гөл сәскәләр үҫтерә.
Айтуған БИЛАЛОВ.
Әбйәлил районы
Ташбулат ауылы. [xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
Похожие новости
{related-news}[/related-news]