Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-01-2013, 09:58 | Категория: Хайуандар илендә / Ҡырағай йәнлектәр

Просмотров 1 787
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2013
Рубрика:Хайуандар илендә / Ҡырағай йәнлектәр
Исеме:Ҡуянбәк менән Һайыҫҡан
Автор:Фәйрүзә Фәтҡуллина
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Ҡәйүмова
Ҡуянбәк менән Һайыҫҡан/Фәйрүзә Фәтҡуллина

Әкиәт

Бер урманда йәшәгән, ти, Ҡуянбәк менән Һайыҫҡан. Бик татыу булғандар улар. Һайыҫҡан күктәге, Ҡуянбәк ерҙәге яңылыҡтарҙы бер-береһенә еткереп торған.

— Йәнлектәр йәрминкә асҡан икән, әйҙә, барып киләйек, — тигән бер көн Һайыҫҡан дуҫына.

Баҙар гөрләп тора, ти. Ҡуянбәк баҙап ҡалған. Һайыҫҡан үҙенә нимә кәрәген тиҙ генә һатып ала һалған. Ә оҙонғолаҡ унда сапҡан, бында сапҡан, арып бөткән. Аҡсаһы ла самалы икән. Бер ваҡыт Төлкөбикәне күреп ҡалған. Эй, яңы тун кейеп, ҡыланып, ҡупшы баҫып килә, ти. Ә туны – йомшаҡ, һары-ҡыҙғылт төҫтә, көнгә йылҡылдап янып тора. Ә ҡойроғон матур итеп ҡабартып, яға итеп муйынына урап ҡуйған. Ҡуянбәк иҫе китеп уға ҡарап торған ти.

— Ҡыш етте, ярты хаҡҡа ғына тундар һатам! — тип яу һалған Һеләүһендең тауышы ишетелгән.

— Төлкөнөкө кеүек булһа, алам, һин хаҡын әйт! — тигән Ҡуянбәк һатыусыға.

— Хаҡымы? Икеләтә өҫтәйһең дә, яртыһын төшөрәһең. Һиңә яраҡлыһы ла бар,— тип, аҫтан йоҡа ғына аҡ тун сығарған. — Ун мең! Ә Ҡуянбәктең аҡсаһы әҙ, кейемгә түләһә, ашарына ҡалмай.

— Ярай инде, һинең өсөн генә 50% ташлама, — тигән алыпһатар, оҙонғолаҡтың, уйланып, күҙҙәре ҡылыйлана башлағанын күреп.

Ҡуянбәк, тунды кейеп ҡарап, бик оҡшатҡан. Ҡар ҙа аҡ — ул да аҡ. Йәй буйы йыйған ун мең аҡсаһының ҡап яртыһын тотторған.

— Кире бир, серек тиренән тегелгән, — тип ҡыҫылған Һайыҫҡан. — Бында алдарға ғына торалар.

— Һиңә кейергә түгел, ә миңә! — тип үпкәләгән уға Ҡуянбәк.

Балаларына күстәнәс алмағаны иҫенә төшөп, беренсе осраған һатыусынан мең һумға йәшелсә-емеш үлсәтә башлағас:

— Күпләп алма, үлсәгесе ныҡ алдай, - тип шыҡырыҡлаған ҡолағына тағы Һайыҫҡан.

— Хәләл эшләп алған аҡсам. Һинең кеүек урлашып йыймайым, — тигән асыуланып ҡуян.

Һайыҫҡан был һүҙҙән ныҡ үпкәләгән, хушлашмай ҙа китеп барған. Ә Ҡуянбәк, ҡалған аҡсаһы яҙға тиклем - дүрт айға етәме-юҡмы, тип, бик уйланып ҡайтып киткән.

Өйөнә еткәс, яңы тунын ныҡлабыраҡ ҡараһа, ысынлап, йоҡа ғына тиренән тегелгән, көскә ебендә эләгеп тора, ти. "Ярай инде, бер ҡышҡа етер, йәйен иҫке һороһон кейермен”, — тип йыуатҡан үҙен. Ә балаларына алған күстәнәсе бер килограмға кәм, ти. Шунда ғына ул дуҫының һүҙҙәре хаҡ булыуын, уны бушҡа рәнйеткәнен аңлаған. Һайыҫҡанды табып, ғәфү үтенергә булған. Ә һайыҫҡан был ваҡытта уны юҡһынып ултыра, ти. Ысынлап та, үҙенең дә ғәйебе бар: йыш алдаша, күп һөйләй, йомортҡа ла урлаштыра. "Ғәйепһеҙ дуҫ эҙләгән дуҫһыҙ ҡала”, — тигән һығымтаға килгән ул. Ҡуянбәк тә: "Тундың яңыһы, дуҫтың иҫкеһе яҡшы,”— тип ҡайғырып китеп барһа, Һайыҫҡанды күреп ҡалған. Ике дуҫ бер-береһенә ҡаршы йүгергән.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар