Ҡоштарға/Рәсимә Ғарипова
amira 2-10-2013, 08:02 1 278 Бәпембә-2013 / Ҡыш / Шиғырҙар / Ҡоштар / Йыл миҙгелдәре
Ағастарға Ҡыш бабай
Аҡ селтәр урап ҡуйған.
Өшөп һарытүш турғайҙар,
Аҡ ботаҡтарға ҡунған.
Ҡарҙар хәҙер ҡаплаған
Ҡошсоҡтарҙың емдәрен,
Етмәһә өшөтә яман
Ҡыштың әсе елдәре.
Балалар, әйҙәгеҙ әле,
Тағараҡтар яһайыҡ.
Кескәй генә ҡошсоҡтарға
Шунда емдәр һалайыҡ.
Рәсимә ҒАРИПОВА,
Учалы районы,
Ураҙ лицейы [xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
Похожие новости
{related-news}[/related-news]