Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 2-10-2013, 08:50 | Категория: Байрамдар / Яңы йыл

Просмотров 1 313
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2013
Рубрика:Байрамдар / Яңы йыл
Исеме:АҠ ЙЫЛАН
Автор:Фаҡиһа ТУҒЫҘБАЕВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Яңы йыл байрамына мин
Йылан булып кейендем:
Ап-аҡ йылтыр кейемемә
Көлә-көлә һөйөндөм.

Хужаһы мин Яңы йылдың,
Бейенем дә бейенем.
Аптыратты дуҫтарымды
Ап-аҡ ҡына кейемем.

— Аҡ йылан да буламы ни?—
Тип һораны Илморат.
— Йыландарҙың батшаһы ул, —
Тинем мин уға, йырлап.

— Ул ҡайһы илдә йәшәй? — тип
Дуҫым тора шаҡ ҡатып
— Әкиәттә!
Кешеләргә
Килтерә бәхет, шатлыҡ.

Батша булғас бик-бик көслө:
Барлыҡ дошманын еңә.
Ул һаҡлағас, ҡояш балҡый
Кешеләрҙең өйөндә.

— Яңы йылға ҡушайыҡ беҙ
Аҡ йылан йылы, — тиеп
Сәпәкәй иткәс дуҫтарым,
Уйнайыҡ та бейенек.
(голосов:2)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар