“Алтынай”ҙа күңелле/Ильяс Аслаев
Просмотров 1 993

Баш ҡаламдың Ф.Мостафина исемендәге гимназияһының 1Б класында уҡыйым. Уҡытыусым Зөһрә Ильяс ҡыҙы үткәргән дәрестәрҙе ныҡ яратам.

Дуҫтарым да бар – Арыҫлан, Кинйә, Назар, Салауат, Сынбулат, Әминә. Дәрестәр бөткәс, каратэға барам. Унда һикерәм, йүгерәм, төрлө физик күнекмәләр эшләйем. Үҙемде, ғаиләмде, Тыуған илемде һаҡларға әҙерләнәм.
"Алтынай” театр-студияһына ла йөрөйөм. Ҡыҙҙар, малайҙар менән үҙебеҙҙе яратырға, ҡурҡмайынса үҙ фекерҙәребеҙҙе әйтергә, кәүҙәне дөрөҫ итеп тотоп атларға, оҫта итеп һөйләргә, йырларға, бейергә өйрәнәбеҙ. Ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр эшләйбеҙ, уйындар ҙа уйнап алабыҙ. Студияға 4-16 йәштәрҙәге балалар йөрөй. Ҡурсаҡ театрында "Йоморо-йоморо йомағағым”, "Үгәй ҡыҙ Гөлбикә”, "Йомро икмәк” әкиәттәрендә төрлө ролдәрҙә ҡатнашып, үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә.

Әле "Йомро икмәк” әкиәтен ҡуйырға әҙерләнәбеҙ. Мин бабай булам. Бәләкәймен, тип тормайым, бөтәһенә лә өлгөрөргә тырышам. Өйгә ҡайтҡас, бер йәше лә тулмаған Заһиҙә һеңлемде ҡарашам. Ул матур, шаян ғына!

Баш ҡаламда йәшәгәнемә ғорурланам. Тырышам — батыр, егәрле, көслө, аҡыллы, үҙ телен белгән малай-ҡыҙҙар илебеҙгә ныҡ кәрәк бит.
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар