Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 3-09-2013, 14:54 | Категория: Хайуандар илендә / Ҡоштар

Просмотров 1 442
"Аҡбуҙат"та баҫылған:7-2011
Рубрика:Хайуандар илендә / Ҡоштар
Исеме:Батыр ҡош
Автор:Гөлсирә ШАФИҠОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Батыр ҡош/Гөлсирә ШАФИҠОВА
Хикәйә

Азамат еләк өҙөргә тип эйелгәйне, үлән араһында матур ыҡсым ояны күреп ғәжәпкә ҡалды. Ҡош та шундай оҫта булыр икән. Ҡулы булмаһа ла, томшоғо менән үләндәрҙән, япраҡтарҙан ниндәйҡупшы оя түшәгән. Бәләкәй генә түңәрәк кәсәме ни!

Уйынсыҡтай биҙәкле сыбар йомортҡалар малайҙың күҙен ҡыҙҙырҙы.

– Вәт, исмаһам, шәп булды!– тип уйланы Азамат, – бесәй шикелле ағасҡа үрмәләргә лә кәрәкмәй, яҡында ғына яталар.

Дуҫтарына күрһәтер өсөн малай бер йомортҡаны усына йомдо.

Шул саҡ Азаматтың битенә "шап" итеп туп килеп бәрелгәндәй булды,ни булғанын аңларға ла өлгөрмәгән малайҙың битенә тәүгеһенән дә көслөрәк сәпәнеләр.

Йомортҡа малайҙың ҡулынан төшөп китте, ә үҙе ҡулдары менән йөҙөн ҡаплап, башын күтәрҙе, бармаҡтары араһынан йоҙроҡ ҡәҙәрле ҡоштоң асыулы фырылдап осоп йөрөүен күрҙе. Ул Азаматты ҡурҡытырға теләп берсә таш кеүек ергә атыла, берсә кескәй ҡанаттарын елпеп ояһы өҫтөндә әйләнә ине.

– Әһә, ҡурҡтыңмы? Икенсенән йомортҡаларыма тейәһе булма йәме!– ҡош тәүгеләренән дә асығыраҡ сырылдап, һөжүмгә әҙерләнде, унан туп–тура малайға атылды.

Азамат абына–һөрөнә дуҫтарына табан йүгерҙе, теге ҡош уны һаман эҙәрләп килә кеүек тойолдо.

– Ниңә биттәрең ҡып-ҡыҙыл булған?– тип көлөштө малайҙар,– әллә еләкте күп һыпырып, тәнеңә ҡалҡтымы? Малай өндәшмәне. Үҙенә һабаҡ биргән уҫал ҡоштоң батырлығы уны уйландырҙы ла, һоҡландырҙы ла.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар