Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 28-10-2013, 14:05 | Категория: Рубрикалар / Изгелек

Просмотров 1 665
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2013
Рубрика:Рубрикалар / Изгелек
Исеме:Бер һүҙ
Автор:Венер ИСХАҠОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Ҡәйүмова
Бер һүҙ/Венер ИСХАҠОВ


Хикәйә

Гөлкәй бөгөн мәктәпкә яңы кофта кейеп килде. Кисә тыуған көнөнә әсәһе алып ҡайтҡайны. Ҡупшы итеп тегелгән кофта харап оҡшаны уға.
Гөлкәйҙәге үҙгәреште ҡыҙҙар шунда уҡ шәйләне.
— Ҡайһылай матур, үҙеңә килешеп тора, — тип уның кофтаһын тотоп-тотоп ҡаранылар.
— Йылы тәнеңдә туҙһын! — тине Лилиә.
Уҡыу алдынғыһы Фәниә:
— Ҡотло булһын! — тип уның кеҫәһенә бер кәнфит килтереп һалды.
Гөлкәйҙең кәйефе күтәрелде.
— Рәхмәт!
Шул мәл бер яҡ ситтә торған Ғәйәндең йәмһеҙ тауышы ишетелде:
— Ҡупыҡ, маҡтаныр өсөн кейеп килгән бит ул!
Әле генә йылмайып торған ҡыҙҙың йөҙөндәге ҡыуаныс, һыпырып ташлағандай, юҡҡа сыҡты.
— Ә һин тупаҫ — тине Ғәйәнгә кәйефе ҡырылған ҡыҙ.
Ғәйән өндәшмәне. Һүҙ юҡтан һүҙ булһын, тип кенә әйткәйне бит. Шаяртам, тигәйне...
Хәҙер үҙенә ҡыйын булып китте.
Бына шулай: яҡшыны ишетәһең килһә, яман һөйләмә.
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар