Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 2-11-2013, 10:14 | Категория: Авторҙар / Тыуған илем

Просмотров 1 261
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2013
Рубрика:Авторҙар / Тыуған илем
Исеме:Шундай гүзәл Башҡортостан!
Автор:Миңлегөл Хисамова
Район:
Ауыл:
Рәссам:Глеб Голубев
Шундай гүзәл Башҡортостан!/ Миңлегөл Хисамова

Шундай гүзәл Башҡортостан!
Йәшәйем үҙ илемдә,
Ҡыуанысым, ғорурлығым
Һөйләшеү үҙ телемдә.

Башҡортостан киңлегендә
Баҫыуҙары алтындай.
Ялан-ҡырҙа янып эшләй
Ул-ҡыҙҙары халҡымдың.

Баһадирҙай улдар үҫә -
Илем ыласындары,
Халҡым таянысы булыр
Аҡыл, көс, буй-һындары.

Сәсән телле шағиры бар,
Яугиры бар еңелмәҫ.
Ирмен тигән батыр ирҙәр
Үҙ еренән төңөлмәҫ.

Сит ерҙәрҙә йөрөп ҡайтһаң,
Күрәһең айырмаһын,
Үҙ илемдән, үҙ еремдән
Һис ҡасан айырмаһын.
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар