Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 7-11-2013, 11:05 | Категория: Авторҙар / Тәүфиҡ дәресе

Просмотров 1 624
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2013
Рубрика:Авторҙар / Тәүфиҡ дәресе
Исеме:Кем ғәйепле?
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Кем ғәйепле?/Миләүшә Ғәйфуллина

Сәғит йыш ҡына урамдан илап ҡайтып инә лә :
— Мине малайҙар йәберләйҙәр, мин башҡа урамға сыҡмайым, — тип зарлана.
— Бәлә һалма! Миңә ҡалһа, ғәйеп һинең үҙеңдә. Иптәштәреңә ҡарата мөнәсәбәтеңде үҙгәрт!.. Шул ваҡытта уларҙың ҡарашы ла һиңә үҙгәрер, — тине әсәһе улына көйөп.
Сәғит ишек алдына сыҡты. Майҙанда уның бер йәберләүсеһе Илнур,ерҙән нимәлер эҙләй:
— Бына, әсәйем магазинга барып икмәк алып ҡайт тип аҡса биргән ине, ә мин уны юғалттым, — тине ул борсолоулы тауыш менән. Бында тапанма әле, ҡамасаулайһың!..
Сәғит әсәһенең иртән әйткән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп:
— Әйҙә, бергәләп эҙләйек! - тип үҙ ярҙамын тәҡдим итте.
Малайҙар бергә эҙләй башланылар. Оҙаҡ ҡына эҙләгәндән һуң Сәғит Илнурҙың югалған аҡсаһын табып бирҙе. Ҡыуаныстарының иге-сиге булманы. Илнур:
— Сәғит, һиңә ҙур рәхмәт! — тип ҡулын ҡыҫты уның. — Мин тиҙ генә магазинга барып киләм дә бергәләп уйнарбыҙ, йәме. Малайҙар башҡа һиңә теймәҫ, — тип тә өҫтәне.
(голосов:2)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар