Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 9-11-2013, 11:14 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

Просмотров 1 785
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2013
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме:ӘКИӘТ БАТЫРҘАРЫ
Автор:Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Артур Василов
ӘКИӘТ БАТЫРҘАРЫ/Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА

I
“Улым, ҙур үҫәсәкһең, — ти, —
Уҡыһаң һин китаптар”,
Әсәһенең әйткәндәрен
Ҡолаҡҡа элмәй Илдар.

Һүрәттәрен ҡараштарып,
Өҫтө өҫтөнә өйҙө
Китаптарҙы:
“Моғайын да,
Ташлап ҡасмаҫтар өйҙө!”

Бер ай, ике, өс ай үтте…
“Телик”тан күҙен алмай,
Ашар ашын да онота,
Дивандан ул ҡуҙғалмай.

Ҡырын төшөп ятҡанында,
Аһ, бына нимә булды:
Китаптан сыҡты батырҙар,
Улар менән өй тулды.

Исемдәре бик тылсымлы:
Елбатыр, Урманбатыр,
Ертыңлар менән Таубатыр —
Күргән кеше шаҡ ҡатыр.

“Хуш бул, Илдар, — тине улар, —
Һин беҙгә түгел юлдаш,
Әкиәттәрҙәге аҡылһыҙ
Таҙ малайға һин оҡшаш!”

Биш баҫаһын бер баҫҡанда,
Һығылып ҡалды иҙән.
“Дуҫлашайыҡ” — тип ҡысҡырҙы —
Тыпырсынды, эй, Илдар…
Боролоп та ҡараманы —
Ғорур була батырҙар!

II
Аҡыллыларҙы ярата
Әкиәт батырҙары,
Килеп инде өйҙәренә
Күпбеләр Батырҙарың.

Уны ҡайҙан белгәндәрме?
Батыр китап ярата,
Уҡып сыҡҡан иң шәптәрен
Дуҫтарына тарата.

Батырҙар әйтте Батырға:
“Донъяны күрһәтербеҙ,
Беҙ — боронғо бәһлеүәндәр,
Бик тә бик хәтерлебеҙ”.

Ел-Ел арбаға ултыртып
Елбатыр Күпбеләрҙе
Иңләп йөрөттө ил буйлап —
Мажаралы көндәре.

Урманбатыр һәр ағастың
Малайға серен систе,
Батыр, ҡурҡып та тормайса,
Йылға-күлдәрҙе кисте.

Ә Таубатыр ҡылыс менән
Бер һелтәүҙә тау ярҙы:
Күрһәтте ул Күпбеләргә
Бик күп аҫыл таштарҙы.

Үлән-сәскәләргә ятып,
Ерҙең һулышын тыңлай
Шуҡ Ертыңлар.
“Бик шәп” — ти ул, —
Ерҙең йөрәге тынмай”.

III
Ел-Ел арбаға ултыртып,
Батыр ҡайтты өйөнә.
Күпбеләрҙең атаһы ла,
Әсәһе лә һөйөнә.


Ҡәҙерле балалар! Ниндәй башҡорт халыҡ әкиәттәрендә Елбатыр, Урманбатыр, Ертыңлар батыр, Таубатыр исемле геройҙар бар?
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар