Ҙур булып үҫкем килә
Просмотров 1 102
Ҙур булып үҫкем килә
Минең тиҙерәк үҫкем килә. Апайыма әйкән һымаҡ: "Ҙур үҫкәнһең”, — тип әйтеүҙәрен теләйем. Уның өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң? Кемдән һорарға? Оҙаҡ уйлап йөрөнөм.
Бер көндө әсәйемдең эштән ҡайтыуына өйҙө йыйыштырып ҡуйырға булдым. Бының өсөн иң тәүҙә тәҙрә төптәренең, кәштәләрҙең саңдарын һөртөп алдым, һуңынан гөлдәргә һыу һиптем. Иҙәнде таҙа итеп йыуып ҡуйҙым. Аш бүлмәһенә инеп сынаяҡтарҙы таҙарттым, өҫтәлде һөрттөм. Күп тә үтмәй әсәйем эштән ҡайтып инде. Өйҙәге тәртипте, бөхтәлекте күргәс бик ҡыуанды һәм миңә ҡарап: "Ҡыҙым, бик яҡшы булған, афарин, ҙур үҫкәнһең!” — тине.
Алһыу Ноғаманова.
Хәйбулла районы Мәмбәт ауылы.
(голосов:1)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар