Яратҡан байрам
Просмотров 1 613
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2014
- Рубрика:Яңы йыл / Бәпембә-2013 / Шиғырҙар
- Исеме:Яратҡан байрам
- Автор:Ғайсар Ҡансурин
- Район:Ейәнсура
- Ауыл:
- Рәссам:
Яңы йыл иң көтөп алған,
Иң яратҡан байрамым.
Йомарт алсаҡ Ҡыш бабайҙы
Бер йыл көтөп аламын.
Иң төп ҡунаҡ зал түрендә -
Ул йәшел шыршы булыр.
Ә өҫтөнә уйынсыҡтар,
Сынйырҙар менеп ҡуныр.
Уны уратып балалар
Йыр, бейеү, таҡмаҡ ҡорор.
Изге теләктәр ҡолаҡҡа
Оҙаҡ яңғырап торор.
Ғайсар Ҡансурин.
Ейәнсура районы
Байыш ауылы.
(голосов:2)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар