Ҡыуаныс/Миңлегөл Тайсина
Просмотров 1 407
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2014
- Рубрика:Яңы йыл / Авторҙар / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
- Исеме:ҠЫУАНЫС
- Автор:Миңлегөл ТАЙСИНА
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:Глеб Голубев
Өйөбөҙҙөң иң түрендә
Балҡый йәшел шыршыбыҙ.Күлдәгендә тәтәй шарҙар,
Энәлекәй ҡупшыбыҙ.
Төрлө төҫтә баҙлауыҡтар
Йылпылдап янып китһә,
Күҙҙәренән нур бөркөлөп,
Ҡустым сәпәкәй итә.
Ул бит быйыл беренсегә
Күрә шыршы уттарын.
Ҡупшыҡай янына теҙә
Машинаһын, аттарын.
Кескәй ҡулдарын күтәрһә,
Тәтәйҙәр китә сыңлап.
Ҡустымдың ҡыуанысынан
Шыршыбыҙ тора йырлап.
(голосов:3)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар