Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 28-01-2014, 10:15 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

Просмотров 1 843
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2014
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме:Батша малайҙары
Автор:Шәүрә Шәкүрова
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Ҡәйүмова

(Әкиәт)

Бер тылсымлы илдә йәшәгән, ти, батша ғаиләһе. Булған, ти, уларҙың бәләкәс кенә ике улы.

Улар тыумыштан бер-береһенән бик ныҡ айырылып торған. Яғымлы һәм тәртиплеһе – Наил, ә шуҡ малай Фаил исемле булған.

Батша менән батшабикә малайҙарын, көн һайын, йоҡонан торғас, бүтән балалар кеүек, йыуынырға, теш таҙартырға, сәстәрен тарарға өйрәткәндәр.


Һәм, башҡа атай-әсәйҙәр кеүек, уларға …бутҡа ашатырға тырышҡандар!

Наил бутҡаны бигерәк тә яратҡан, ә бына Фаил ҡәтғи рәүештә баш тартҡан!

Көндәрҙең бер көнөндә батшалыҡта ҡот осҡос хәл булған: ел-дауыл кутәрелеп киткән дә, бар донъяны ҡутара башлаған. Дауыл шундай көслө булған, хатта батша малайҙарын саҡ осороп алып китмәгән. Наил бутҡа ашап бик нығынған, ағасҡа тотоноп ҡалған да елгә бирешмәгән. Ә бына Фаил оса яҙған! Ярай әле Наил туғанын тотоп өлгөргән!

 

Шул хәлдән һуң Фаилбутҡаны тәмләп ҡарарға булған. Бер ҡалаҡты ҡапҡан, икенсене, өсөнсөнө… Бутҡа иҫ китмәле тәмле икән!

Шунан бирле батша малайҙары гел төрлө файҙалы һәм туҡлыҡлы бутҡа ғына ашаған, ти.

 



(голосов:2)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар