Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 29-01-2014, 09:36 | Категория: Хайуандар илендә / Йорт хайуандары

Просмотров 917
"Аҡбуҙат"та баҫылған:2013
Рубрика:Хайуандар илендә / Йорт хайуандары
Исеме:Пионер һәм ҡолонсаҡ
Автор:Ғабдулла Амантай
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 


Ҡолон, ҡолон, ҡолонсаҡ,
Һин бик иркә, ҡолонсаҡ,
Һис тә генә тик тормайһың,
Бигерәк шаян, уйынсаҡ.


Әйҙә уйна, уйнаҡла,
Һинең әле уйнар саҡ.
Килер әле, булыр әле
Уйындарҙан туйыр саҡ.
Ҡолонсағым, ул саҡта,
Беләһеңме, нишләрһең?
Булып яҡшы ударник,
Ал бирмәй ҙә эшләрһең.
Мин ул саҡта, ҡолоном,
Ялдарыңдан тарармын.
Ете төндә ете тороп,
Йыбанмайса ҡарармын.
Яҙ сығырбыҙ яланға,
Һайрашырға һабанға.
Тағы бергә булырбыҙ,
Йәйен урып алғанда.
Алтын башаҡ игенде
Ырҙындарҙа баҫырбыҙ.
Тапыр-тыпыр юрттырып,
Амбарҙарға ташырбыҙ!
Сер бирмәбеҙ яттарға,
Йәше олғайған ҡарттарға;

«Тулды!» беҙҙең яуап булыр
Ярыштағы шарттарға.
Тиҙерәк үҫһәң, ҡолоном,
Туҙҙырып ял-толомоң,
Эшләр инек икәүләп,
Иңләп колхоз болонон.
Булыр инек колхозда
Һин яҡшы ат, мин — конюх.
Ярышыр инек ал бирмәй,
Ҡасан килер шул көн, их!..

1933

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар