Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 29-01-2014, 09:42 | Категория: Хайуандар илендә / Йорт хайуандары

Просмотров 1 031
"Аҡбуҙат"та баҫылған:2013
Рубрика:Хайуандар илендә / Йорт хайуандары
Исеме:Пионерка һәм ҡашҡа быҙау
Автор:Ғабдулла Амантай
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 


Ҡара, беҙҙең ҡашҡа быҙау,
Ҡара, ҡандай уйынсаҡ!
Һикерә йөрөп уйнар ине,
Уңайһыҙлай муйынсаҡ.

Үҫә-үҫә ҡашҡа быҙау
Ҡашҡа һыйырҡай булыр.
Ҡашҡа һыйырҡай булыр ҙа
Беҙгә күп һөт, май булыр.

Иртә менән, һәүкәшем,
Мин ҡыуырмын көтөүгә.
Елен тултырып һин ҡайтырһың,
Ҡояш байып етеүгә.

Һин ҡайтыуға торлағың
Ялт иттереп ҡуйырмын.
Алдарыңа бесән һалып,
Иҙәндәрең йыуырмын.

Кис көтөүҙән ҡайтҡанда,
Ҡаршы сығып алырмын.
Аҡ күнәгем ҡулға тотоп,
һәү-һәү итеп һауырмын.

Һин күп итеп һөт бирерһең,
Йәме, ҡашҡам, бәғерем?

1933

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар