Матур һүҙҙәр яҙам/ Рауил ШАММАСОВ
Баҫылды : 10-04-2014, 16:15 | Категория: 8 март / 23 февраль
Просмотров 1 314
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:02-2014
- Рубрика:8 март / 23 февраль
- Исеме:Матур һүҙҙәр яҙам
- Автор:Рауил ШАММАСОВ
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:Азамат Ғарипов
Дәфтәр бите аҡ ҡына,
Миңә ҡарап йылмая.
«Матур бер һүҙ яҙ миңә, – ти, –
Ҡәләм дә алдың бая».
Яҙам, ниңә яҙмаҫҡа.
Тәүҙә яҙам «әсәй» тип,
Беҙ бәхетле булһын өсөн
Ул тырышып йәшәй бит.
«Атай» тип яҙам аҡҡа,
Теҙелә матур һүҙҙәр.
Әйтерһең, миңә ҡарай
Йылмайып матур күҙҙәр.
Атайым – уҡытыусы,
Яраталар балалар.
Ололар ҙа хөрмәт итеп
«Мөғәллим» тип ҡалалар.
(голосов:2)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар