Атайым- ҡәҙерлем
Просмотров 1 420
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2014
- Рубрика:23 февраль / Хаттар / Минең ғаиләм
- Исеме:Атайым- ҡәҙерлем
- Автор:Ғүмәрова Риана
- Район:Ауырғазы
- Ауыл:
- Рәссам:
Минең атайымдың исеме Олег. Уға 35 йәш. Ул төҙөүсе булып эшләй. Атайым төрлө-төрлө өйҙәр төҙөй. Мин уның эшенә барырға яратам. Уға ярҙам итәм.Атайым өйгә ҡайтһа, мин уның менән төрлө уйындар уйнайым. Ул бик ҡыҙыҡ. Уның эше күп булһа ла ,ул миңә ваҡыт таба. Атайым миңә күп бүләктәр алып ҡайта, миңә бер нимә лә йәлләмәй. Ул мине төрлө ерҙәргә алып бара: балыҡҡа, тәбиғәткә, ҡалаға ҡунаҡҡа. Буш ваҡыттарын минең менән үткәрә. Өй эшен әҙерләргә ярҙам итә. Бергәләп һауыт-һаба йыуабыҙ, әсәйемә ярҙам итәбеҙ. Мин атайымды яратам, ул да мине ярата. Миңә күңелһеҙ булғанда ул мине көлдөрә, күңелемде күтәрә.
Уға бәхет, иҫәнлек,сирләмәһен тип теләйем, сөнки донъяла берәү генә.
Ғүмәрова Риана, Талбаҙы башҡорт гимназияһының 3-сө класс уҡыусыһы.