
Мин Талбаҙы башҡорт гимназияһының 3-сө класында
уҡыйым. Класыбыҙҙа 11 уҡыусы: 8 ҡыҙ һәм 4 малай. Беҙҙең класта малайҙар көслө,
ә ҡыҙҙар аҡыллы. Малайҙар шуҡ, шаярырға
ярата. Беҙ төрлө ауылдарҙан йыйылғанбыҙ: Төрөмбәт, Сәлих, Өс-Бәлеш, Әбсәләм,
Добровольный, Сыбайтал, Талбаҙы. Шуға ҡарамаҫтан беҙҙең класс
бик дуҫ, татыу. Бер-беребеҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, кәңәштәр
бирәбеҙ. Уҡытыусыбыҙ менән төрлө ярыштарҙа ҡатнашабыҙ, экскурсияларға йөрөйбөҙ.Барыбыҙ
ҙа "Шат тауыштар”,” Оҫта ҡулдар”
түңәрәгенә йөрөйбөҙ. Зилара Ғәлиулла ҡыҙы беҙҙе
төрлө халыҡ йырҙары менән таныштыра, йырларға өйрәтә. Дилә Файзрахман
ҡыҙы оригами,аппликациялар яһарға өйрәтә. Малайҙар көрәш түңәрәген үҙ итә.Ҡайһы бер уҡыусылар музыка мәктәбенә йөрөйҙәр.

Шуныһы бер ҡыҙыҡ: барыбыҙ ҙа күп беләбеҙ.Ә ни өсөн
тиһегеҙме? Сөнки беҙҙе аҡыллы, йомшаҡ, ҡәҙерле
уҡытыусыбыҙ Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы уҡыта. Ул беҙгә ҡыҙыҡ итеп дәрестәр
аңлата, күп нәмәгә өйрәтә. Беҙ уны яратабыҙ , ихтирам итәбеҙ.
Бына ниндәй беҙҙең класс!

Ғүмәрова Риана, Талбаҙы башҡорт гимназияһының 3-сө
класс уҡыусыһы.