Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 21-03-2014, 09:50 | Категория: Хаттар / Яңылыҡтар / Мин "5" ҡуйҙым

Просмотров 1 732
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2014
Рубрика:Хаттар / Яңылыҡтар / Мин "5" ҡуйҙым
Исеме:Бөтә Рәсәй шиғриәт көнө
Автор:Сатлыҡова Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы
Район:Ауырғазы
Ауыл:
Рәссам:

 

 

21 март — Бөтә Рәсәй шиғриәт көнө. Ошо айҡанлы Талбаҙы башҡорт гимназияһында шиғриәт көнөнә арналған кисә уҙғарылды. Рус теле уҡытыусылары Санчаева Әлфиә Ғәлиулла ҡыҙы һәм Ильясова Гөлшат Заһир ҡыҙы үткәргән был кисәлә 2-11-се класс уҡыусылары әүҙем ҡатнашты.

 

Улар А.С. Пушкин, М.Ю.Лермонтов, М.Исаковскийҙың шиғырҙарын яттан һөйләнеләр.Өлкән класс уҡыусылары араһында 11-се класс уҡыусыһы Абсатаров Алмазға етеүсе булманы.Ул шиғырҙы бик оҫта итеп һөйләне. Башланғыс класс уҡыусылары араһында 3-сө класс уҡыусылары урындарҙы үҙ-ара бүлеште. Беренсе урында Ғүмәрова Риана ( А. С. Пушкиндың "Ҡышҡы кис” , М.Исаковскийҙың "Сейә”), икенсе - Ғафарова Юлиана(А.С. Пушкин-" Ҡышҡы иртә”), өсөнсө урында – Әсфәндийәрова Алмира (А.С. Пушкин "Руслан һәм Людмилла поэмаһынан өҙөк”) .

 

Еңеүселәр маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Уҡыусыларға ижади уңыштар, яңынан-яңы еңеүҙәр теләйек!

 

Сатлыҡова Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы,

башланғыс класс уҡытыусыһы


(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар