Байрам тамашаһы
Просмотров 918
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2014
- Исеме:Байрам тамашаһы
- Автор:Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:Салауат Ғиләзетдинов
Әсәйемдең, өләсәйҙең,
Үҙемдең дә байрамым
Календарҙа башлай матур
Һәм күңелле яҙ айын.
Атай, олатай, ҡустым да
Шым ғына бышылдаша.
Белеп торам: улар беҙгә
Әҙерләйҙәр тамаша.
Атай, быуып алъяпҡысты,
Бешерер ҙә төшөрөр.
Олатай өй-магазин-өй
Маршрутында йөрөр.
Өҫтәлгә сынаяҡ теҙеп,
Ҡустым да ярҙамлашыр.
Атайҙың ҡоймағы көйөр,
Ҡаҙандан ашы ташыр.
Үҙе, тирен һөртә-һөртә,
Ҡәнәғәт йылмаясаҡ.
Байрам ҡотлап, өсөбөҙгә
Шәп тамаша буласаҡ!
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар