Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 17-04-2014, 07:58 | Категория: Хаттар / Яңылыҡтар / Яҙ

Просмотров 1 165
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2014
Рубрика:Хаттар / Яңылыҡтар / Яҙ
Исеме:Күңелле һәм файҙалы байрам
Автор:Розалия Залилова
Район:Ауырғазы
Ауыл:Талбазы
Рәссам:

 

Йыл һайын район кимәлендә экомодерн тигән конкурс үтә. Уҙған йылдарҙа яҙғы каникул осорона тура килһә, быйыл апрелдең 11-нә тура килде. 10 апрель көндө гимназия кимәлендә уҙғарылды. Нимә һуң ул экомодерн тигән һүҙ тип уйларҙар ҡайһы бер уҡыусылар. Экомодерн төшөнсәһе аҫтында, көнкүрештә ташлана торған материалдарҙан зауыҡлы костюмдар эшләп, тамашасыларға күрһәтеү. 

Был конкурсҡа һәр синыф етди әҙерләнгәйне. Ниндәй генә ташландыҡ материалдар ҡулланылмаған!!! Гәзит-журналдар, сүп ҡапсыҡтары, бүләкткрҙе урай торған ҡағыҙҙар, дисктар, кассета таҫмалары, хатта бер тапҡыр ҡуллана торған тәрликәләр. Һәр костюмға исем уйланылған, ниндәй осраҡта кейергә мөмкинлеге, уңайлығы тураһында мәғлүмәт бирелде. 
3-сө синыф уҡыусылары Ғәйнуллина Аделина, Ильясова Лияна, Сәйфетдинова Алмира ҡапсыҡтан, гәзиттән күлдәктәр төҡдим итте. 
Ә беҙҙең, 4-се синыф уҡыусылары гимназияла иң әүҙемдәре булып сыҡты. Беҙ синыф етәксебеҙ Розалия Әхмәт ҡыҙы Йәлилова менән синыфтан 8 костюм әҙерләнек. Ҡыҙҙарыбыҙ : Әбдрәхимова Айгөл, Басырова Лиана, Сәйфетдинова Ангелина, Фәхретдинова Гөлназ һәм мин төрлө материалдарҙан яһалған ыҡсым да, матур ҙа костюмдарҙы оҫта һәм килешле итеп тамашасыларға күрһәттек. Малайҙарыбыҙ: Ғимранов Рәсүл, Вәлиев Динар, Хәмитов Рөстәмдәр ҙә бер ниндәй моделдәрҙән ҡалышманылар.
5-селәрҙән Ғибәҙуллина Алһыу, Исмәғилова Әлфинә, Йәғәфәрова Элеонора , 6-сыларҙан Хәмитова Аделина, 7-селәрҙән Заманова Алһыу,8-селәрҙән Мөхәмәтова Миләүшә, Мораҙымова Элина, 9-сы синыфтан Бикмөхәмәтова Юлиә ҡатнашты.
Ошондай сара ябай ғына кәрәкмәй тип һаналған әйберҙәрҙән бынамын тигән костюм эшләп булыуы тураһында тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Сара бик матур һәм күңелле үтте.
Әсфәндийәрова Лилиә 4-се синыф уҡыусыһы 
Талбазы башҡорт гимназияһы , Ауырғазы районы
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар