Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 4-09-2013, 11:26 | Категория: Хайуандар илендә

Просмотров 2 523
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2013
Рубрика:Хайуандар илендә
Исеме:Иң матур көн
Автор:Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ЗЫЯИ
Иң матур көн/Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
Сиңерткә ҡабырғаһын ҡояшта ҡыҙҙырып ятты-ятты ла:

— Бөгөн илаһи матур көн! — тип ләззәтләнеп кирелеп ҡуйҙы.

— Мин һинең менән һис тә килешмәйем,— тине ямғыр селәүсене, ер аҫтына тәрәнерәк күмелеп.

— Нисек килешмәйһең, аңлат?! Күк йөҙөндә бер генә болот әҫәре лә куренмәй ҙәһа! Ҡояш ҡыҙҙыра! һәр кем бөгөнгө көндөң матурлығын
иҫбатлай ала!

— Юҡты һөйләмә! Бөгөн иҫ киткес насар көн! Ямғыр, йылы күләүектәрҙән дә илаһираҡ нимә булыуы мөмкин! Кит, юҡты һөйләмә!

Сиңерткә селәүсен менән килешмәй:

— Ышанмаһаң, әйҙә, ҡырмыҫҡанан һорайыҡ, — тип улар ҡарағай энәһен һөйрәтеп иләүенә ҡайтып барған ҡырмыҫҡаны туҡтаталар,

— Ҡырмыҫҡа, әйт әле, һинең ҡарауыңса, бөгөн көн ниндәй? Иҫ киткес матур, әллә насармы?..

Ҡырмыҫҡа, туҡтап тәпәйе менән маңлайындағы тир бөрсөктәрен һөртөп:

— Мин һеҙгә был турала кисен ҡояш батҡас ҡына әйтә алам, — тигән. Сиңерткә менән ямғыр Селәүсене аптырап ҡалғандар:

— Ярай, көтөрбөҙ.

Ҡояш батҡас, улар ҡырмыҫҡа иләүе янына килгәндәр ҙә:

— Йә, хөрмәтле Ҡырмыҫҡа, бир инде яуабыңды! — тигәндәр.

Ҡырмыҫҡа ҡарағай энәһенән өйөлгән бейек иләүен, ундағы тәрән төшкән юлдарҙы күрһәтеп:

— Бөгөн илаһи матур көн! Сөнки мин бик күп эш эшләнем һәм хәҙер рәхәтләнеп ял итә алам, — тигән.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар