Бәләкәй Олимпиада уйындары
Просмотров 1 113
Баймаҡ районының Төркмән ауылы «Йәйғор» балалар баҡсаһында бәләкәй Олимпиада уйындары булып үтте. Был ярышта Төркмән, Иҫәнбәт, Күсей, Басай, Әхмәр ауылдары балалар баҡсаларынан 20-нән ашыу кескәйҙәр үҙ көсөн һынаны. Уйын бик ҡыҙыу барҙы, унда кескәй чемпиондар төрлө спорт ярыштарында, эстафетала әүҙем ҡатнашты.
Бик көсөргәнешле уйындан һуң, Төркмән ауылы «Йәйғор» балалар баҡсаһы беренсе урынға сыҡты. Икенсе урынға Күсей ауылының «Ҡояшҡай» һәм яңыраҡ асылған Иҫәнбәт ауылының «Аҡбуҙат» балалар баҡсалары лайыҡ булды. Ә өсөнсө урындарҙыӘхмәр ауылынан «Ләйсән», Басайҙан «Тейенкәй» баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре алды.
Кескәйҙәргә бындай ярыштар күберәк булһын, дуҫлыҡ күпере өҙөлмәһен,нығыһын тигән теләктә ҡалабыҙ.
Тәрбиәселәр.
(голосов:1)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар