+7 (917) 470-05-30 mir.prima@mail.ru
Регистрация
все шаблоны для dle на сайте newtemplates.ru скачать

05-2011

amira 1-05-2011, 14:05 1 369 2011 / Һандарға күҙәтеү
[rating-type-4]{likes} {dislikes} [/rating-type-4]

05-2011


Яратҡан баҫмабыҙҙың 5-се һаны баҫылып сыҡты. Май айында иң ҙур байрам – 9 май! Журналыбыҙҙың тәүге биттәрендә рәссам Глеб Голубев иң ҡәҙерле һуғыш ветеранын ейән-ейәнсәрҙәре ниндәй ғорурлыҡ менән ҡәҙер итеүҙәрен һүрәтләй һәм бөтә киләсәк быуынға уның сәләмдәрен Зөһрә Алтынбаеваның “Еңеү миҙалдары”, Миңлегөл Тайсинаның “Олатайым кәңәше” исемендәге башҡорт һәм урыҫ телендәге шиғырҙары аша еткерә.


2-3-сө биттәрҙә яҙ етеү һөйөнөсө дауам итә. Бөтә йәшеллек донъяһына йән өрөүсе “Орлоҡбай” исемле әкиәт тураһында уҡығыҙ. Уны Тамара Искәндәриә яҙған. Ә Гөлнур Яҡупова балаларҙы ерҙе биҙәгән төрлө күбәләктәр менән таныштыра.

Балаларҙың иң яратҡан “Бәпембә” битенә еттек. Журналды даими уҡып барған уҡыусыларыбыҙ журналда иғлан ителгән «Дуҫлыҡ”, “Йыһанға сәйәхәт” исемле конкурсҡа һүрәттәрен һәм шиғырҙарын яҙып та ебәргән. Кемдәр афарин икәнен үҙегеҙ уҡып белегеҙ.

Артабан ҡәҙерле ата-әсәләр, балаларығыҙға Гөлназ Ҡотоева яҙған “Аҡай батыр” тураһында уҡып ишетерегеҙ. Һәр бала халҡыбыҙҙың элекке быуат батырҙарын белеп үҫергә тейеш.

8-9-сы биттәрҙә Айнар Байбулатов балаларға “Иң ҡыҙыҡлы байрам” тураһында яҙа. Йәгеҙ әле, һүрәттәргә ҡарап ҡайһы милләт халҡының байрамдары төшөрөлгәнен әйтеп ҡарағыҙ.

Балалар, кәрәҙле телефондар ҡайҙан килеп сыҡҡан? Беләһегеҙме? Ҡыҙыҡһынһағыҙ Фәйрүзә Фәтҡуллина яҙған “Кәрәҙлекәй менән Ултыраҡбай” тигән әкиәтте уҡығыҙ.

Был һанда һеҙҙе тағы бер яңылыҡ менән таныштырмаҡсыбыҙ. Башҡортостан Республикаһы шашка федерацияһы рәйесе, шашка буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстр Тамара Танһыҡҡужина балаларҙы ярты йыл буйы шашка иленә сәйәхәткә саҡыра. Шашка менән мауығыусылар, ярышҡа рәхим итегеҙ! Еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары көтә. Кем белә, бәлки һеҙҙең арала ла донъя кимәлендә дан яулар чемпиондар барҙыр?!

Тиҙҙән йәйге ялдар башланасаҡ. Ял итергә ҡайһыларығыҙ ауылға йә ҡалаға йыйынаһығыҙҙыр. Ә бына Марат исемле малай ауылға умартасы олатаһы янына ҡайтасаҡ. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, умартасы Рафиҡ Ноғоманов ағайығыҙ һеҙҙе бал ҡорттары серҙәре һәм малай тураһында 12-13-сө биттәрҙә яҙа. Шунда уҡ мауыҡтырсыҡ мәсьәлене лә сисеп ҡарағыҙ.

Журналдың һуңғы биттәрендә “Мин уҡырға өйрәнәм” рубрикаһы, башватҡыстар, һүрәт менән хикәйә бирелә.

Ҡәҙерле ата-әсәләр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, тағы ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: гәзит-журналдарға яҙылыу башланды. “Аҡбуҙат” журналына ғына 22-се майға тиклем икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыусыларға ташлама бар.

Индексы – 73866

Хаҡы – 122һум 82тин. Ашығығыҙ! Бер нисә генә көн ҡалды.

Ә һуңынан 132 һум 36 тин буласаҡ. [xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
[related-news]

Похожие новости

{related-news}
[/related-news]
Powered by Издательство ЮЛДАШ. Все права защищены. Копирование материала строго запрещено.
Закрыть
×
Задать вопрос
Отправить вопрос
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Заказать услугу

Отправить заявку на услугу
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Информация
Заявка успешно отправлена!
Мы свяжемся с Вами в ближайшее время.


Закрыть
×
Информация


Соглашаюсь и принимаю