+7 (917) 470-05-30 mir.prima@mail.ru
Регистрация
все шаблоны для dle на сайте newtemplates.ru скачать

01-2013

amira 1-01-2013, 14:06 4 359 2013 / Һандарға күҙәтеү
[rating-type-4]{likes} {dislikes} [/rating-type-4]

01-2013

Ҡәҙерле ата-әсәләр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм беҙҙең кескәй дуҫтарыбыҙ! Йыл хужаһы — Ҡара һыу Йыланы яңы асыштар, ҡаҙаныштар ғына юраһын, өмөттәр, хыялдар ҡабул булһын!

Ҡыҙҙар һәм малайҙар, 2013 йыл — тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы итеп иғлан ителде. Шуға ла һеҙҙән тәбиғәт гүзәлләгенә, уны ҡәҙерләүгә арналған шиғырҙар, әкиәттәр, һүрәттәр көтәбеҙ. Был йылда ла“Аҡбуҙат”ты юлдаш итеп алырға онотмағыҙ!

Журналыбыҙҙың тәүге битен “Тәбиғәт — ул беҙ! “— тигән баш һүҙ менән, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында теләктәр теләп, баш мөхәррир Тамара Юлдашева аса. Шулай уҡ һеҙҙе “Шыршы өләсәй” һәм “Бесәй менән турғай” исемле шиғырҙары менән дә шатландырыр.

2-3-сө биттә үҙенең күркәм юбилейын билдәләгән балалар яҙыусыһы Фәйрүзә Фәтҡуллинаның тоғро дуҫлыҡ тураһында “Ҡуянбәк менән Һайыҫҡан” әкиәтен тәҡдим итәбеҙ. Матур оло байрамы менән тәбрикләп, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Артабан да журнал уҡыусыларҙы матур хикәйәләре, әкиәттәре, башваҡыстары менән ҡыуандырып тороуҙарын теләп ҡалабыҙ.

4-5-се биттә “Бәпембә” урын алған. Бында һеҙҙе, һәр ваҡыттағыса, тиҫтерҙәрегеҙ ижады көтә. Шулай уҡ, Ғәфури районы Красноусол ауылының 25-се “Әкиәт” балалар баҡсаһы төрлө йәнлектәрҙең пластилиндан эшләнгән һындар менән дә таныштырыр.

Артабанғы биттә Миңлегөл Тайсина тәржемә иткән немец халыҡ әкиәте башҡорт һәм рус телендә бирелгән. Унда ҡомһоҙ, һаран батша һәм аҡыллы, зирәк егет һүрәтләнгән.

Сиратта “Ҡуяндар байрамға йыйына” тигән исем аҫтында һеҙҙең өсөн башватҡыс бирелә.

Журналыбыҙҙың ҡап уртаһында “Аҡбуҙат” һеҙгә Маҡтау ҡағыҙы бүләк итә. Уның һәр бите матур итеп биҙәлгән, 2013 йылға календар ҙа урынлашҡан. Грамотаның артҡы өлөшөндә балалар йондоҙнамәһе бирелгән. Яңы йылда ниндәй асыштар, үҙгәрештәр көткәнен уҡып белерһегеҙ.

Киләһе 6-7-се биттә, Зөбәйҙә Исламованың “Ҡышҡы күл” исемле хикәйәһе урын алған. Унда Батырхан исемле малайҙың атаһы менән бергә, балыҡтарға нисек итеп ярҙамға килеүе һүрәтләнгән.

Иғтибар үҙәгендә яңы йыл хужаһы — йыланҡай тураһында Фаҡиһа Туғыҙбаеваның шиғырҙары. Уларҙың ҡыҙыҡлы эстәлеге һеҙгә лә оҡшар тип, уйлайбыҙ.

“Күләгә” ошондай серле исем аҫтында Айнар Байбулатовтың тәфтишсе Һумс менән Үәтһиндең ҡыҙыҡлы мажаралары дауам итә. Инглиз телен өйрәнеүселәргә лә ҡыш көндәренә арналған шиғырҙар, һүрәттәр бирелгән.

Ләйлә Ғаянова апайығыҙ сағыу һүрәттәр менән һеҙҙе аш-һыу өҫтәлен матур итеп биҙәү нескәлектәрен өйрәтә.

Журналыбыҙҙың аҙаҡы битендә Башҡортостан урман хужалығы министрлығы конкурс иғлан итә! Һеҙҙән тәбиғәткә ҡағылышлы һүрәттәр көтөп ҡалабыҙ. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.

Күңелле уйындар, ҡыҙыҡлы башватҡыстар дуҫтарыбыҙ күңеленә хуш килер, тигән өмөттә ҡалабыҙ!

“Аҡбуҙат”тың һәр битен Майя Ҡәйүмова, Ирина Әхмәҙуллина, Азамат Ғарипов һәм башҡа бик күп рәссамдарҙың бай йөкмәткеле, сағыу һүрәттәре биҙәп тора.

2013 йылда ла бергә булайыҡ, дуҫтар! “Аҡбуҙат”ыбыҙ һәр йортҡа тик шатлыҡтар ғына алып килһен! [xfgiven_images]
[xfvalue_images]
[/xfgiven_images]
[related-news]

Похожие новости

{related-news}
[/related-news]

Комментарии (1)

avatar
0
#1 DanielFlum
женский журнал красота

То ли в википедии, то ли еще где я уже замечал похожую тематику да ладно
Powered by Издательство ЮЛДАШ. Все права защищены. Копирование материала строго запрещено.
Закрыть
×
Задать вопрос
Отправить вопрос
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Заказать услугу

Отправить заявку на услугу
Нажимая кнопку, вы соглашаетесь на обработку персональных данных и подтверждаете своё совершеннолетие
×
Информация
Заявка успешно отправлена!
Мы свяжемся с Вами в ближайшее время.


Закрыть
×
Информация


Соглашаюсь и принимаю