Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 4-09-2013, 14:17 | Категория: Рубрикалар / Тәмлекәс

Просмотров 2 072
"Аҡбуҙат"та баҫылған:6-2011
Рубрика:Рубрикалар / Тәмлекәс
Исеме:Ҡымыҙ
Автор:Мәрйәм БУРАҠАЕВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат Ғарипов
Алыҫтан килгән ҡунаҡты һыуһын менән ҡаршылайбыҙ. Һаумал ҡымыҙ, күбекләнеп ҡабарып ултырған буҙа, әскелт кенә ҡатыҡҡа тап–таҙа һалҡын һыу ҡушып, көбәсәктә бешеп эшләнгән айран, йәки һалҡын ғына күбекмай айраны менән һыйлағандар элек.
Иң файҙалыһы – башҡорт тоҡомло бейә һөтөнән эшләнгән ҡымыҙ. Башҡорт тоҡомло йылҡы малы сыҙамлы була. Улар ҡышты тибендә үткәрә, йәйге айҙарҙа ҡылған менән туҡлана.
Ҡымыҙ яһауҙың сере байтаҡ ҡына. Бейә дөрөҫ туҡланып, һауынсы уны яратып һауһа, һәйбәт була. Бейә һөтөн һауып алғас та шундуҡ әсетергә һалырға кәрәк. Ағастан яһалған ыҫланған мискәләрҙә әсетеү мотлаҡ. Ҡымыҙ әсеткән урында ғауға, шау–шыу, ығы–зығы булмаҫҡа тейеш.
“Һаумал ҡымыҙ” тигәнебеҙ – бер генә тәүлек әсеп ултырған ҡымыҙ. Һыуһынға ҡаймаҡ һымаҡ тәмле, сөсө генә һаумал ҡымыҙ биргәндәр.
Йәй көндәре ауылға барып мотлаҡ һаумал ҡымыҙ эсегеҙ. Ҡышты һау–сәләмәт үткәрерһегеҙ. Үпкә, йөрәк, ҡан тамырҙары, быуын, тын юлдары өсөн иҫ китмәле шифалы эсемлек ул ҡымыҙ.
Һүҙлек:
Көбөсәк – ағас һауыт
Күбекмай-ҡатыҡ ҡушып бешкән май
Тибен – йылҡының ҡыш көнө ҡарҙы тибеп утлаған ере
(голосов:4)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар