Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-05-2014, 14:11 | Категория: Байрамдар / Еңеү көнө

Просмотров 1 205
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2014
Рубрика:Байрамдар / Еңеү көнө
Исеме:Мәңгелек ут яна
Автор:Шәриф БИКҠОЛ
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Шәриф БИКҠОЛ

 

Мәңгелек ут яна

 

Өс йөҙ исем ауыл уртаһында

Гранит ташҡа уйып яҙылған;

Яуҙа ауған өс йөҙ батыр даны

Мәңгелек Ут булып ҡабынған…

Өс йөҙ батыр ята

Өс йөҙ ерҙә,

Түшәктәре —

Төрлө илдәрҙә;

Исемдәре

Ҡәбер таштарында

Балҡып тора

Төрлө телдәрҙә…

Мәңгелек Ут яна —

Дан билдәһе…

Ташҡа өс йөҙ исем уйылған…

…Гранит һәйкәл

Кеше

Яңы яуҙан

Абай булһын өсөн ҡуйылған!..

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар