Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 4-05-2014, 14:20 | Категория: Еңеү көнө / Арҙаҡлы шәхестәр

Просмотров 1 265
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2014
Рубрика:Еңеү көнө / Арҙаҡлы шәхестәр
Исеме:Еңеү байрағын ҡуйыусы
Автор:Фәрит ВАХИТОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Генерал бер төркөм һалдаттарҙы саҡырып ала. ”Кем рейхстагҡа Еңеү байрағы ҡуйырға батырсылыҡ итә, алға!” — тип әйтә.

Сафтан сығыусылар араһында Ғәзи Заһитов та була.

Бына улар биш кеше. Ғәзи ҡыҙыл туҡыманы күкрәге тирәләй ураған. Һәр береһе автомат, граната һәм бысаҡ менән ҡоралланған. Төн уртаһында Берлиндың үҙәгендәге рейхстагҡа юл тоталар. Дошман һәр тарафтан ут сәсә, беҙҙекеләр ваҡыт-ваҡыт снарядтар ата. Әммә Ғәзи Заһитов яуҙаштары менән туҡтауһыҙ алға бара. Улар – артиллерия разведчигы, шуға ярашлы, үҙебеҙҙекеләргә сәпкә атыу өсөн төҙәтмә бирә торалар. Ут һыҙығына яҡын булғанлыҡтан, снаряд ҡайҙа төшкәнлеген үҙ күҙҙәре менән күрә. Шулай итеп, көсөргәнешле яуҙарҙа гитлерсыларҙың өңөнә — Берлинға барып етәләр.

Алда рейхстаг. Бына сираттағы артиллерия уты, дер һелкетеп, немец һалдаттарына баш күтәреү мөмкинлеге бирмәй. Ошо мәлдә Заһитов иптәштәре менән дәррәү атакаға сыға, ҡаршылыҡтарҙы уңышлы үтеп, рейхстагтың ҡалын ишеген бүрәнә менән һуғып емерә. Ә немецтар эстән дә, тыштан да ут тота. Әсе төтөн тын юлдарын томалауға ҡарамаҫтан, беҙҙекеләр дөм ҡараңғы ҡаттарға күтәрелә. Рейхстагтың түбәһенә менеп Ҡыҙыл байраҡты эләләр. Быны Ғәзи Заһитов үҙ ҡулы менән ҡаҙай.

Мишкә районы Янағош ауылы егете. Һуғышта беренсе көндән ҡатнаша. Был батырлығы өсөн уларға орден бирелә.

Йылдар уҙғас ҡына яҡташыбыҙ һәм уның иптәштәренең беренселеге өҫкә сығарыла.

(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар