Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-05-2014, 15:37 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Комикстар

Просмотров 1 067
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2014
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Комикстар
Исеме:Ҡайынға нимә булған?
Автор:Айнар БАЙБУЛАТОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 

Айнар БАЙБУЛАТОВ

 

Ҡайынға нимә булған?

 

Һумс менән Вәтһин ялан буйлап яңы эш эҙләй. Урман яғынан килгән илау тауышын ишетеп ҡалалар. Барып ҡараһалар, ҡайын ағасы илай икән.

-Нимә булды, дуҫ? – тип һорай Һумс. – Тәфтишселәр һәр саҡ һиңә ярҙамға итергә әҙер.

-Ауырыйым, кемдер көн һайын олономдо серетә.

-Вәтһин, яңы эш асабыҙ! – тип ҡысҡырҙы Һумс.

-Бәлки, браконьерҙар киҫергә уйлағандыр? – тип әйтә Вәтһин.

Тәфтишселәр ағас тирәһен лупа менән ҡарап сығалар, әммә бер ниндәй ҙә эҙ таба алмайҙар.

-Енәйәтселәр ер аҫтынан ҡаҙып килмәгәндер бит?! – тип аптырай Вәтһин. – Һуҡыр сысҡандан һорайыҡ әле.

Һуҡыр сысҡан: "Ер аҫтында күп йөрөйөм, әммә серле юлдарҙы күргәнем юҡ”, - ти.

-Бәлки, һауанан осоп килгәндәрҙер енәйәтселәр?

Ҡоштар белергә, күрергә тейеш тип, тумыртҡаны саҡыралар. Ҡош осоп килеп ҡайындың ботағына ултырыуы була, ҡайын уны ҡыуып ебәрә.

-Их, яратмайым ошо ҡошто, олонома ултыра ла туҡылдай ҙа туҡылдай.

-Был бит элементар, Вәтһин! – тип ҡысҡырып ебәрә Һумс. – Ҡайын үҙенең табибын үҙе ҡыуып ебәрә. Тумыртҡа бит уны төрлө бөжәктәрҙән таҙарта. Унһыҙ ҡайындың олонон бөжәктәр ашай һәм серетә.

Тәфтишселәр ағасҡа хәлде һөйләп бирә. Ҡайын тумыртҡа алдында ғәфү үтенә һәм улар дуҫлаша. Тиҙ арала ауырыуы ла бөтә.

Ә һеҙ тумыртҡалар тураһында тағы нимә беләһегеҙ?

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар