Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 4-09-2013, 14:34 | Категория: Туған тел

Просмотров 3 125
"Аҡбуҙат"та баҫылған:09-2013
Рубрика:Туған тел
Исеме:БАШҠОРТ ТЕЛЕ
Автор:Зәйнәб Биишева
Район:
Ауыл:
Рәссам:
БАШҠОРТ ТЕЛЕ/Зәйнәб Биишева

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!

Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,
Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем — тәрәнһең һин,
Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем — бөйөкһөң һин,
Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле!

Күп быуаттар һин йырланың ҡурай моңон,
Күп быуаттар һин йырланың яугир юлын,
Инде азат. Шат. Йырлайһың еңеү йырын,
Эй, бәхетле, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,
Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең,
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,
Атам теле, әсәм теле — минең телем!
(голосов:6)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар