ЮЛДАШ МЕНӘН ҠУЯН
Просмотров 1 511

(Әкиәт)
Юлдаш, кишер ашай-ашай, ҡайҙалыр китеп бара икән. Ҡаршыһына Ҡуян килеп сыҡҡан.
—Юлдаш, һыйла әле, — тип инәлгән Ҡуян. — Мин кишерҙе һинән дә нығыраҡ яратам бит.
—Анһат, әҙергә хәҙер! — тип көлгән Юлдаш. Улай яратҡас, үҙең үҫтер.
—Мин белмәйем шул! — тигән Ҡуян, илар сиккә етеп.
—Нимәне белмәйһең?
—Кишер үҫтерә белмәйем.
Ҡуян Юлдашҡа йәл булып киткән. Ул тегене өйрәтергә тотонған:
—Нимәһе бар уның! Көрәк алаһың да түтәл ҡаҙаһың. Шунан унда орлоҡ сәсәһең. Көн дә һыу һибәһең…
Ҡуян уны тыңлаған-тыңлаған да ауыр һулап ҡуйған.
—Барыһын да һин әйткәнсә эшләр инем дә, көрәгем юҡ шул минең! Шунан тағы орлоғон ҡайҙан табырға?
—Аңғ(ы)ра! — тип асыуланған Юлдаш. — Минән һора, бөтәһен дә үҙем бирермен. Мә, тотоп тор әле, тип, ҡулындағы кишерен Ҡуянға ҡалдырған да өйҙәренә йүгергән.
Көрәк, орлоҡ алып килгәс, ни күрһен: Ҡуяндан елдәр иҫкән, ә кишерҙең йәшел һабаҡтары ғына ятып ҡалған.
Шунан бирле Ҡуян, Юлдашты күреп ҡалыу менән, йән-фарманға ситкә һыпырта икән. Бүтән кешеләрҙән дә ҡаса. Ҡасандыр алдашҡаны өсөн һаман оят уға.