Ҡала бесәйе һәм ауыл бесәйе
Просмотров 1 614
Әкиәтем әкәйле
Ҡала бесәйе һәм ауыл бесәйе
Борон-борон заманда йәшәгән, ти, ике бесәй: ҡала бесәйе һәм ауыл бесәйе. Ҡала бесәйе аҡ төҫтә һәм һимеҙ булған. Ул ҙур, матур һәм йылы өйҙә көн иткән. Көнө-төнө ашап, йомшаҡ түшәктә йоҡо һимерткән. Хужабикә уны һөт, ит, "вискас” менән генә һыйлаған. Ә бына ауыл бесәйе ҡара төҫтә, бик ныҡ ябыҡ икән, ти. Ул көнөн күберәк саф һауала үткәргән. Һунарға йөрөгән, үҙ тамағын үҙе ҡайғыртҡан. Көн дә йүгереү, саф һауала булыу, сысҡан тотоу — уны көслө яһаған. Был бесәй бик аҡыллы, һиҙгер булған.
Ҡала бесәйе бик рәхәт йәшәгән. Бына бер көн ауыл бесәйе ҡала бесәйен күреп: «Нисек уға көнө-төнө йоҡлап ятыу ялҡытмай?» -— тип уйлаған. Ә ҡала бесәйе: «Нисек көн оҙонона бер сысҡан артынан йүгереп йөрөп арымай ул?» — тип аптырап ҡараған.
Шулай ике бесәй бер-береһен һаман аңлай алмай йөрөйҙәр икән, ти.
Алмира Әсфәндийәрова,
3-сө класс уҡыусыһы.
Талбазы башҡорт гимназияһы.