Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 8-09-2014, 18:40 | Категория: 1 сентябрь / Авторҙар

Просмотров 1 019
"Аҡбуҙат"та баҫылған:09-2014
Рубрика:1 сентябрь / Авторҙар
Исеме:Мәсьәләнең кәрәген бирәм
Автор:Гүзәл СИТДИҠОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 

 

Гүзәл СИТДИҠОВА

 

Мәсьәләнең кәрәген бирәм

(Хикәйә)

 

Ишек алдында дыу килеп уйнап йөрөгәндә Асман янына күрше бабай килеп туҡтаны. Бабай Себер тигән алыҫ-алыҫ яҡта эшләй, шуға йәй — бер, ҡыш йәнә бер генә ҡайтып китә. Ҡайтҡан һайын малай янына килә лә:

— У-у-у, ҡайһылай үҫеп киткәнһе-ең, — тип аптырап ҡарап тора. — Исемеңде онотам да ҡуямсы.

— Асман да инде.

— Әй, шулай бит әле. Нисә йәш булып китте инде?

— Бына ошолай, — тип Асман өс бармағын күрһәтте.

— Ҡыш ҡайтҡанда ла шунса күрһәтә инең, әле лә шул тиклем. Әллә һанай белмәйһең инде.

— Беләмсе. Һин ҡыш ҡайтҡанда миңә бәләкәс өс йәш ине, хәҙер ҙур өс йәш. Тиҙҙән дүрт йәш тула, бәлки, мәктәпкә лә барырмын әле, — тип ебәрҙе кескәй күрше.

Ысынлап та, шул тиклем мәктәпкә йөрөгөһө килә малайҙың. Ана, апайҙары уҡый ҙа белә, бик аҡыллы нәмәләр тураһында һөйләшә. Мәсьәлә тигән нәмә менән нисегерәк ваш ваталар улар.

— Ах-ах-ах, ә мәктәптә нишләргә уйлайһың?

— Мәсәләнең кәрәген бирәм, — тине Асман. — Апайымдарға бәйләнеп илатмаһын.

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар