Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 4-10-2014, 13:10 | Категория: Рәссамдар / Тыуған илем

Просмотров 992
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2014
Рубрика:Рәссамдар / Тыуған илем
Исеме:БАЛА КҮҢЕЛЛЕ ИНЕ
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:Александр Костин

БАЛА КҮҢЕЛЛЕ ИНЕ

 

Ошо айҙа беҙҙең яратҡан рәссамыбыҙ, бик күп балалар өсөн китаптарҙы, дәреслектәрҙе биҙәүсе Александр Костинға 60 йәш тулған булыр ине. Ул йән өргән 100-ҙән ашыу китап әле лә сабыйҙарҙы ҡыуандыра.

Александр бик изге күңелле, һәйбәт кеше булды. "Доктор Айболит”, башҡорт әкиәттәре йыйышып, "Урал батыр”, "Мең дә бер кис” тигән баҫмаларҙы биҙәгән һүрәттәргә барлыҡ күңел йылыһын һалды, сабыйҙарса саф, асыҡ йөрәгендә тыуған шатлыҡты һынландырҙы. Костиндың график шедеврҙары — "компьютерға тиклемге дәүер”ҙә тыуған шуға ла улар йәнле, илһамлы. Оҫта үҙе: "Компьютер графикаһы минең күңелемә ятмай, ул ят, һалҡын һымаҡ тойола миңә. Ә балалар өсөн китаптар йылылыҡ бөркөп торорға тейеш…” — тигәйне.

"Аҡбуҙат” журналын биҙәүҙә бергәләп эшләгән ижадташ дуҫтары Глеб Голубев, Азамат Ғарипов та Александрҙың донъяны тик балаларса күреүе һәләтен билдәләй.

Александр Костиндың һүрәттәре менән биҙәлгән китапты ҡулыңа алыу менән, балалар уның геройҙарына оҫта рәссам күҙе менән баға һәм ғүмерлеккә ярата.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар