Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 15-10-2014, 13:51 | Категория: Алтын бишек / Тыуған илем

Просмотров 746
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2014
Рубрика:Алтын бишек / Тыуған илем
Исеме:БАШҠОРТТАР
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 

БАШҠОРТТАР

(Риүәйәт)

Борон заманда беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бер ерҙән икенсе ергә күсеп йөрөгәндәр. Уларҙың өйөр-өйөр аттары булған. Унан башҡа һунарсылыҡ менән дә шөғөлләнгәндәр. Шулай бер ваҡыт яҡшы көтөүлектәр эҙләп бик алыҫ күсеп киткәндәр. Оҙон оҙаҡ юл үтеп бүре өйөрөнә тап булғандар. Бүре башлығы айырылып карауан алдына килеп баҫҡан да уларҙы эйәртеп артабан алып киткән. Бик оҙаҡ барған беҙҙең ата-бабайҙар бүре артынан. Бәрәкәтле мул ергә, уңдырышлы туғайҙарға, көтөүлектәргә һәм йәнлеккә бай урманға килеп еткәндәр. Күҙҙең яуын алырлыҡ ялтырап торған тауҙар бында болоттарға етеп тора. Шул ерҙә бүре башлығы туҡтаған. Аҡһаҡалдар бер-береһе менән кәңәшләшеп: "Бындай ҙа һоҡланғыс күркәм урынды беҙ башҡа табалмаҫбыҙ. Ошонда ауыл булып ултырайыҡ”, — тигәндәр. Матурлығына, байлығына һис бер тиң булмаҫлыҡ ерҙә йәшәй башлағандар. Тирмә ҡуйып, һунарсылыҡ итеп, мал үрсеткәндәр.

Шул ваҡыттан алып беҙҙең ата-бабаларыбыҙ "башҡорттар”, йәғни, бүре башлығы артынан килгәндәр тип аталған. Элек бүрене "ҡорт” тип йөрөткәндәр. "Башҡорт” — тимәк баш бүре, йәғни, "баш ҡорт” була.

 

Ҡәҙерле балалар! Башҡорттарҙың барлыҡҡа килеүе, сығышы тураһында бик күп төрлө риүәйәттәр бар. Беҙ һеҙҙе уларҙың береһе менән таныштырабыҙ.

Зөбәйҙә ИСЛАМОВА тәржемәһе
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар