ӨЛӘСӘЙЕМӘ
Просмотров 981
Мәрйәм СОЛТАНОВА көйө
Рита ФӘТҠУЛЛИНА һүҙҙәре
Өләсәйем уҡый, ә мин
Төбәлгәнмен күҙҙәренә,
Һоҡланыуым белеменә,
Әллә изге күңеленә.
Ҡушымта.
Нур, уйсанлыҡ күҙҙәрендә,
Йәнәш ҡуйған ике ҡулын.
Теләй үҙе: «Хәсрәт күрмәй
Ғүмер кисерһен, — тип, — улым».
Ҡыбырлатып ирендәрен,
Өләсәйем тарта тиҫбе.
Тиҫбеһенә күңеленең
Ынйыларын теҙгән төҫлө.
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар