Йомаҡтар
Баҫылды : 16-12-2013, 14:13 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Йомаҡтар
Просмотров 3 714
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2013
- Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Йомаҡтар
- Исеме:Йомаҡтар
- Автор:Роза Ғәббәсова
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:Азамат Ғарипов

Ап-аҡ ҡына шәкәр түгел,
Йылыға иреп бара.
Ҡышын ерҙе ҡаплап ала,
Йомшаҡ ҡына тотоп ҡара. (ҡар)
Аҡ тунын кейә ҡышын,
Яҙын ҡара күлдәген.
Йәйен йәшелде кейһә,
Көҙөн һары төҫтәген. (ер)
Эй, ыжғыра, асыулана,
Үкерә, ярһый, өрә.
Кеше йөрөй алмаһын, тип,
Ҡарҙарҙы юлға өйә. (буран)
Өшөттөрә, туңдыра –
Үҙе күренмәй күҙгә.
Ҡайсаҡ ул йүгерттерә,
Йылы тунды кейҙерә. (һыуыҡ)
Йәшел төҫлө кейемдәрен
Кейеп тора ағайҙар –
Йәйҙәр үтә, көҙҙәр үтә
Һис бер уны һалмайҙар. (шыршы)
Төрлө һындарға әйләнеп
Йөҙөп килә һауанан.
Ә үҙе еүеш булһа ла
Йөҙөп килмәй йылғанан. (болот)
(голосов:24)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар