Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 10-08-2016, 16:54 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

Просмотров 1 077
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2016
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме:
Автор:Гөлнара МОСТАФИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Яна МАЗМАНИДИ
 
 Гөлнара МОСТАФИНА
 
Аҡ ҡуян
(Әкиәт)
 
Аҡ ҡуян 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 

Урман ситендәге аҡланда матур ғына бер ҡуян балаһы йәшәгән. Уның күлдәге йомшаҡ ҡына, ап-аҡ булған, ҡояшта ялтырап торған. Шуға уны Аҡҡуян тигәндәр. Уға ҡарап барыһы ла: "Аҡҡуян ҡайһылай сибәр!” — тип һоҡланған. Быны ишетеп ҡалған ҡуян балаһы: "Мин — иң матуры! Бүтәндәр ямаҡа-а-а-ай”, — тип маҡтанып йөрөй башлаған.
Аҡҡуяндың әсәһе ҡартайып, таяҡҡа таянып йөрөгән, күҙҙәре лә насар күргән. Кейеме лә иҫкергән. Быға бәләкәс ҡуян бик ғәрләнгән. Бер көндө ул:
— Минең кеүек сибәркәйҙең әсәһе лә һылыу булырға тейеш! — тип, йәш, матур әсәй эҙләп сығып киткән.
Урман һуҡмағында уға Айыу осраған. Ул Аҡҡуянға көслө, матур булып тойолған.
— Айыубикә апай, миңә әсәй бул әле? — тигән Аҡҡуян.
Айыубикә шатланып риза була. "Минең шундай матур ҡыҙым буласаҡ!” — тип һөйөнөп, Аҡҡуянды өйөнә алып ҡайтҡан.
Ҡуян балаһы бик тиҙ ялҡҡан айыуҙарҙан. Улар көнө буйы тик бал ғына ашай икән. Ә Аҡҡуян иһә балды бөтөнләй яратмаған.
Айыубикәнең: "Ҡыҙым, аппағым, матурым”, — тип иркәләүе лә оҡшамаған уға. Сөнки айыуҙың усы ҙур, ҡаты икән. "Әсәйемдең йомшаҡ ҡулдарын һағынды-ы-ым...” — тип илаған Аҡҡуян.
Түҙмәгән ҡуян балаһы, берҙәнбер көндө Айыубикәнең өйөнән сығып киткән. Яңы әсәй эҙләп һикерә-ырғый ары сапҡан.
Бара биргәс, Бүре осраған. Ул ҡуянға бик һылыу булып күренгән.
— Бүребикә апай, миңә әсәй бул әле, — тигән уға ҡуян балаһы.
Бүре ҡыуанып киткән. Ул: "Минең шундай матур ҡыҙым буласаҡ!” — тип шатланған эстән генә. Шул көндән башлап Аҡҡуян Бүребикәне "әсәй” тип йөрөтә башлаған.
Бүре көн дә балаларын урманға алып сыға икән. Ҡуян да бергә йөрөгән. 
 
 
 
 
 

 
 
 Аҡ ҡуян
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 Аҡ ҡуян
 
 
Бүреләр тотҡан йәнлектәрҙе ул шул тиклем йәлләгән. Ит яратмаған Аҡҡуян ныҡ итеп асыҡҡан. Төшөндә кишер, кәбеҫтә күреп һаташҡан. Әсәһенең аҙыҡтарын һағынған.
Бынан да сығып китә маҡтансыҡ ҡуян балаһы. Тамам йонсоп, асығып китеп барғанда, уға Төлкөбикә осрай.
— Аҡҡуян! Ҡайһылай ябығып киткәнһең?! — тигән ул.
Башынан һыйпай, ҡосаҡлап һөйөп ала. Иркәләүҙе, йомшаҡ һүҙҙәрҙе һағынған ҡуян балаһы илап ебәрә.
— Әсәйемде эҙләйе-е-ем!..— ти Аҡҡуян.
— Әсәйең ҡайҙа булған һуң? — тип һорай төлкө.
— Белмәйем... — тип тағы ла шыңшый Аҡҡуян.
— Теләһәң, үҙем һиңә әсәй булайым! — тигән хәйләкәр.
Аҡҡуян илауҙан туҡтай. Төлкөбикә бик матур була. Һарыҡай туны йылҡылдап тора. Тауышы шул тиклем яғымлы, ҡулдары иҫ киткес йомшаҡ. "Һылыу Төлкөбикә минең әсәйем буласаҡ!” — тип шатлана маҡтансыҡ ҡуян балаһы.
Төлкө уны ашата, йыуындыра. Йоҡларға һалғас әкиәт һөйләй. Ә үҙе: "Тиҙерәк йоҡлап китһә, исмаһам, ашар инем...” — тип хыяллана.
Төлкөбикәнең күҙҙәре уҫал йылтырап китә, тештәрен ыржайта. "У-у-уй, ҡайһылай ямаҡай икән минең яңы әсәйем!” — тип, Аҡҡуян ҡурҡышынан "дер-дер” ҡалтырай башлай. Төлкө уны тотоп алам ғына тиһә, Аҡҡуян ҡапыл карауаттан иҙәнгә һикереп төшә лә тышҡа атыла. Йән-фарман сабып китеп барғанда нимәгәлер барып төртөлә лә артына ҡолап китә. Ә ул үҙенең әсәһе булып сыға.
— Әсәй, әсәкәйем минең! — тип ул әсәһенең ҡосағына ташлана. — Һин иң яҡшы, иң матур, иң йомшаҡ әсәй!.. Ошонан һуң Аҡҡуян маһайыуын ташлаған, аҡыллы ҡуянҡайға әйләнгән, ти.
 
 
Аҡ ҡуян
 
 
 
Аҡ ҡуян
 

 
 
 
 
 
Рәссам Яна МАЗМАНИДИ
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар