Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Алтын алма

    image
    Алтын алма
  3. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  4. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  5. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 5-11-2013, 10:42 | Категория: Авторҙар / Йырҙар / Тыуған илем

Просмотров 3 634
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-2013
Рубрика:Авторҙар / Йырҙар / Тыуған илем
Исеме:БЫЛ МИНЕҢ ТЫУҒАН ЕРЕМ
Автор:Рәсимә УРАҠСИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Глеб Голубев
БЫЛ МИНЕҢ ТЫУҒАН ЕРЕМ


Рәсимә УРАҠСИНА һүҙҙәре
Әлфиә ЗИННУРОВА көйө.

БЫЛ МИНЕҢ ТЫУҒАН ЕРЕМ

Тәмле һыу, тәмле һауа,
Көмөш ямғырҙар яуа.
Бейек тау, йомшаҡ тупраҡ,
Урманы өҫкә ауа.
Күбәләк сәскәләр ҙә,
Еләкле сәхрәләр ҙә
Ем-ем, ем-ем йырлайҙар,
Ҡыуаныс сәсәләр.

Ҡушымта: Был минең тыуған ерем,
Был минең тыуған илем.
Бәхетле мин ошонда,
Ҙураям, алам белем.


Тоям батыр тауышын,
Яулы тарих һағышын.
Бөркөттәр саңҡығанын,
Ҡурайҙың йырлағанын.
Әсәмдең наҙы бит ул,
Күңелдең яҙы бит ул,
Тәүфиҡ, шатлыҡ биреүсе
Йөрәктең сазы бит ул.
Ҡушымта.
(голосов:6)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар