Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 9-06-2015, 15:55 | Категория: Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр

Просмотров 2 241
"Аҡбуҙат"та баҫылған:06-2015
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ / Әкиәттәр
Исеме:ҺЫУҺАР
Автор:Инна НАЧАРОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 

Инна НАЧАРОВА

ҺЫУҺАР

(әкиәт)

Борон-борон заманда ике тау араһындағы ҡыҫынҡы ғына бер урында бәләкәй генә ауыл булған, ти. Уның янында һыуы үтә күренмәле, ҡырсын ташлы тау йылғаһы сылтырап ағып ятҡан. Бына шул хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауылда Йәғәфәр исемле ир менән Тәбисә исемле ҡатын йәшәгән. Уларҙың: Айназ, Арказ, Айнур исемле өс улы һәм Нәркәс, Әйкәс, Гөлназ исемле өс ҡыҙы булған, ти.

Томра эҫе бер көндө, бесән йыйып ҡайтып килгән ҡыҙҙар, әсәләре табын хәстәрләгәнсе, йылғаға йүгергән. Рәхәтләнеп һыу инеп килһәләр, кесе Гөлназдың еләнендә ыласын ултырғанын күргәндәр. Оло апаһы таяҡ бәреп ҡыуырға уйлаһа, теге ҡош телгә килеп:

— Гөлназ, миңә кейәүгә сығырға һүҙ бирһәң, үҙем осоп китәм, —ти икән.

Ҡыҙыҡай: "Нисек инде мин ыласынға кейәүгә сығайым? Иҫән-имен сағыңда ҡайҙан кидең, шунда кит!” — тип илап ебәргән.

Ә ҡош иһә, ҡабатлап:

—Кейәүгә сығырға һүҙ бирһәң генә, — ти икән.

Ни эшләһен инде, Гөлназ һүҙ биргән. Ыласын риза булып осоп киткән. Ә ҡыҙҙар иһә бойоғошоп ҡайтыр юлға сыҡҡан.

Өсөнсө көнгә ҡыҙ һоратырға тип ишек алдына төрлө ҡоштар килеп тулған. Саҡырылмаған ҡунаҡтарҙан нисек ҡотолорға белмәгәндәр. Күрәләтә ҡыҙҙарын ыласынға кейәүгә бирәһеләре килмәгән атай-әсәй, хәйлә эҙләп, Зарима әбейгә йүгергән.

— Ә һеҙ уларға, ҡыҙ урынына өйрәк төрөп бирегеҙ, — тигән. Ир менән ҡатын шатланып, тегеләргә өйрәкте тотторған. Ләкин урман ситенә еткәс ағаста ултырған кәкүк:

Кә-күк, кә-күк!

Ҡоштар оса өйрөлөп.

Йәш кәләш урынында.

Өйрәк ята төрөлөп! — тип ҡысҡырған.

Ҡоштар өйөрө кире әйләнгән дә, асыуланып, кәләште таптыра башлаған.

Өй хужалары нишләһен инде, тағы ла Зарима әбейгә йүгергән.

—Хәҙер һеҙ быҙауҙы төрөп бирегеҙ, — тигән күрше.

Атай-әсәй тиҙ генә ҡайта һалып, быҙауҙы төрөп тотторғандар. Ә тегеләр урман ситенә еткәс, әлеге кәкүк:

Кә-күк, кә-күк!

Ҡанат өҫтө зәңгәр күк.

Кәләшәгеҙ үҙе ҡайҙа? —

Төргәктә быҙауҡай ҙа! – ти икән.

Асыуҙары килгән ҡоштар шаулаша-шаулаша хужалар йортона ҡарай осҡан.

— Тағы ла алдашһағыҙ, ас ҡаласаҡһығыҙ, игенегеҙҙе сүпләп бөтәсәкбеҙ! — тип ҡурҡытып ҡыҙҙы алып киткәндәр. Йәғәфәр менән Тәбисә, ағалары-апалары илай-илай оҙатып ҡалған.

Урман ситендәге кәкүк ҡоштарҙы күреп:

Кә-күк, кә-күк,

Туй туйлай беҙҙең Батыр,

Эх, Гөлназ, ниндәй матур! — тип таҡмаҡлаған.

Яр буйында уларҙы сибәр бер егет ҡаршы алған. Ҡыҙҙың еләненә ҡунған ыласын тап үҙе икәнлеген әйткән.

Йылғаның арғы яғына сыҡҡас ҙур бер имән эсендәге ояға инеп китәләр. Унда ҡаҙанда бишмармаҡ, өҫтәл тулы хуш еҫле бәлештәр, ҡаҡланған ҡаҙ, ҡымыҙ, эсемлектәр һәм башҡа ризыҡтар әҙерләнгән. Шулай итеп һый-хөрмәт менән тулы тирмәлә туй туйлағандар. Күңеле тынысланған Гөлназ бер аҙҙан тыуған йортон онотҡан.

Күп йылдар үтә. Йәш ғаиләнең ике улы, бер ҡыҙы тыуа. Шулай бер көн ҡыҙы әсәһенән: "Һинең тыуған яғың ҡайҙа?” — тип һорай. Гөлназ үҙенең ата-әсәһен, ағаларын, апаларын иҫенә төшөрә. Һәм иренән балалары менән ауылына ебәреүен һорай. Бик оҙаҡ үтенгәс ире риза була.

Ҡатынын балалары менән йылғаның икенсе ярына сығара ла:

— Өс көндән артыҡ ҡунма. Дүртенсе көнгә яр буйына кил дә: "Мин ҡайттым, балаларҙың да өйгә ҡайтҡыһы килә, ҡаршы ал мине, ирем”, — тип әйтерһең, — тигән.

Төп йортҡа ҡайтҡас ата-әсәһе, ғаиләләнеп бөткән апалары, ағалары Гөлназға ҙур табын ҡороп байрам ойошторғандар. Күрше Зарима әбейҙе лә онотмағандар. Шулай итеп, ҡунаҡтар көн үткәнен дә һиҙмәгән. Ә өйҙәгеләрҙең иһә Гөлназды иренә кире ебәргеләре килмәгән. Нисек тә хәйләләп: "Өйгә ҡайтҡас атайығыҙҙы нисек саҡырып сығараһығыҙ?” — тип балаларынан һорағандар. Малайҙар белмәмешкә һалышҡандар, бер ни аңламаған ҡыҙ ғына:

— Мин ҡайттым, һағындым, балалар ҙа өйгә ҡайтырға һорайҙар. Сығып ҡаршы ал, ирем, — тип әйтергә кәрәк тигән.

Гөлназдың ағалары иһә, йылға буйындағы ярға килеп:

— Мин ҡайттым, һағындым, балалар ҙа өйгә ҡайтырға һорайҙар. Сығып ҡаршы ал, ирем, — тигәндәр. Ә үҙҙәре Ыласын һауала күренеү менән уҡ-һаҙаҡтарын тоҫҡап атып ебәргәндәр. Һәм ҡош йылғаға килеп төшкән. Ә тегеләр бер ни булмағандай өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡан.

Өс көн үткәс Гөлназ балалары менән юлға сыҡҡан. Йылға ярына килеп:

— Мин ҡайттым, һағындым, балалар ҙа өйгә ҡайтырға һорайҙар. Сығып ҡаршы ал, ирем, — тигән.

Ҡапыл болоттар ҡараңғыланып, ел-дауыл күтәрелгән. Һәм һыу аҫтынан иренең тауышы:

— Мин килә алмайым. Ағайҙарыңдың уғы мине йәрәхәтләне. Беҙҙең яратҡан ҡыҙыбыҙ серебеҙе асҡан, хушығыҙ, — тигән.

Нишләһен инде Гөлназ, ҡайғыһынан илаған да илаған. Күҙ йәше түгелә торғас, етеҙ, йылдам һәм матур һыуһарға әйләнгән. Ә балалары: оло улы — ҙур, көслө айыуға, икенсеһе — һоро бүрегә, ә бәләкәй яратҡан ҡыҙҙары — ҡуянға әүерелгән. Улар әлеге ваҡытта ла урман кейектәре булып йәшәйҙәр икән, ти.

 

Зөбәйҙә ИСЛАМОВА тәржемәһе.

(голосов:2)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар