Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 5-09-2013, 13:12 | Категория: Байрамдар

Просмотров 1 521
"Аҡбуҙат"та баҫылған:5-2011
Рубрика:Байрамдар
Исеме:Иң ҡыҙыҡлы байрам
Автор:Айнар БАЙБУЛАТОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:
Иң ҡыҙыҡлы байрам/Айнар БАЙБУЛАТОВ

Яҙ еткәс бер төркөм балалар уйынға сығалар. Уйындың төп маҡсаты – Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының байрамдарын күреү, унда ҡатнашыу. Кемдең байрамы иң ҡыҙыҡлы, иң матуры була, шул еңә, тип килешәләр.

Бергәләшеп байрамдарҙы ҡарарға баралар. Иң беренсе "Масленица"ға киләләр. Буйғансы ҡоймаҡ, төрлө тәмлекәстәр ашайҙар, усаҡ уратып бейейҙәр.

Иң ҡыҙыҡлы байрам/Айнар БАЙБУЛАТОВ
– Күрҙегеҙме, ниндәй ҡыҙыҡлы байрам! – тип ҡыуана урыҫ малайы.

Артабан балалар "Ҡарға бутҡаһы" байрамына юл тота. Бында инде малайҙар һәм ҡыҙҙар иртәнән кискә тиклем өйҙән – өйгә йөрөп төрлө тәмлекәстәр йыя. Һуңынан ҡырға, байрамға сығалар. Урманда йәки болонда усаҡ яғып бутҡа бешерәләр. Ашап туйғас, ҡалғанын ҡоштарға ҡалдыралар: ағас төптәренә аҙыҡ һалып китәләр. Төрлө уйындар уйнайҙар.

– Беҙҙең байрам да бик шәп, эйеме?! – ти башҡорт ҡыҙы.
Иң ҡыҙыҡлы байрам/Айнар БАЙБУЛАТОВ

Сыуаштарҙың "Аҡатуй" байрамында балаларға таҫтамал бүләк итәләр, төрлө аштар менән һыйлайҙар. Малай һәм ҡыҙҙар ярыштарҙа ҡатнашалар.

– Күрҙегеҙме?! – тип ҡыуана сыуаш малайы.

– Әйҙәгеҙ, дуҫлыҡ еңһен! – тине башҡорт ҡыҙы һәм барыһы ла ризалашты.

Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәте, йола төрлөлөгөнә бәйле матур байрамдары бик күп. Шуға күрә башҡа милләт вәкилдәрен, уларҙың йәшәйешен ихтирам итергә, һәр саҡ дуҫлыҡта йәшәргә кәрәк!
Иң ҡыҙыҡлы байрам/Айнар БАЙБУЛАТОВ
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар