Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 16-04-2015, 18:17 | Категория: Тылсымлы һандыҡ

Просмотров 1 453
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2015
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ
Исеме:ҺЫУ ИНӘҺЕ
Автор:Ғабдулла ТУҠАЙ
Район:
Ауыл:
Рәссам:

 

Ғабдулла ТУҠАЙ

 

ҺЫУ ИНӘҺЕ

(Бер ауыл малайы ауыҙынан)

Йәй көнө, эҫе һауала, мин һыуҙа ҡойонам, йөҙәм;

Сәсрәтәм, уйнайым, сумам, баш менән һыуҙы һөҙәм.

Шул рәүешсә бер сәғәт ярым самаһы уйнағас,

Инде, ахыры, бер сәғәтһеҙ тирләмәм, тип уйлағас,

Йүгереп сыҡтым һыуҙан, тиҙ-тиҙ кейендем өҫ-башым;

Ҡурҡам үҙем әллә ниҙән, юҡ янымда юлдашым.

Бер ваҡыт, китәм тигәндә, төштө күҙем баҫмаға,

Ҡараһам, бер ҡурҡыныс ҡатын ултырған баҫмала.

Көнгә ҡаршы ялтырай ҡулындағы алтын тараҡ:

Шул тараҡ менән ултыра туҙынған сәсен тарап.

Тын да алмайынса торам, ҡурҡып ҡына, теште ҡыҫып,

Шунда яр буйындағы ҡуйы ағастарға боҫоп.

Сәстәрен үргәс тарап, һикерҙе, төштө һыуға ул,

Сумды ла китте, тамам юҡ булды күҙҙән шунда ул.

Инде мин аҡрын ғына килдем дә мендем баҫмаға,

Ен онотҡан, ахыры, ҡалған тарағы баҫмала.

Яҡ-яғымда һис кеше лә юҡлығын белдем дә мин.

Саптым ауылға, тараҡты тиҙ генә алдым да мин.

Күрмәйем алды һәм артты, әй сабам, әй сабам;

Ашығам, тирләйем, бешәм, Ҡып-ҡыҙыу уттай янам.

Бер заман әйләнем баҡһам артҡа табан,

Аһ, харап эш! Һыу инәһе лә минең арттан саба.

Ҡысҡыра ул: "Ҡасма! Ҡасма! Туҡта! Туҡта, эй ҡараҡ!”

Ниңә алдың һин уны, ул бит минең алтын тараҡ!”

Мин ҡасамын, ул ҡыуалыр, ул ҡыуалыр, мин ҡасам,

Шул ҡәҙәрле ҡыр тыныс, һис бер кеше юҡ, исмаһам.

Шул рәүешсә сабышып, еттек ауылға бер ваҡыт,

Һыу инәһен ҡыуырға тип, күтәрелде барса эт!

"Вау” ҙа "вау” ҙа "һау!” ҙа "һау!” — бер туҡтамай эттәр өрә,

Һыу инәһе, ҡурҡып эттәрҙән, кирегә йүгерә.

Инде эш яйланды, ҡурҡыуҙан тынысландым, тинем;

Эй ҡарсыҡ, ҡарсыҡ! Тарағыңдан ҡоро ҡалдың, тинем.

Өйгә ҡайттым да: "Әсәй! Алтын тараҡ таптым!” — тинем;

Һыуһаным, арыным, әсәй, мин бик оҙаҡ саптым!” — тинем.

Һөйләгәс был ваҡиғаны, тарағымды алды ул.

Ҡурҡа үҙе алһа ла, эсенән ҡайғыға ҡалды ул...

 

Яҡшы, хуш. Батты ҡояш. Йоҡларға яттым кис менән.

Өй эсе тулған ине киске һауа хуш еҫ менән.

Юрған аҫтында йоҡоға китмәй ятам мин һаман.

"Шыҡ!” та "шыҡ!” кемдер тәҙрәне туҡылдата бер заман.

Мин ятам рәхәт кенә, тормайым да, ҡуҙғалмайым һаман,

Был тауышҡа, һиҫкәнеп, торған әсәйем йоҡоһонан.

—Ни кәрәк? Кем был? Ҡара төндә ваҡытһыҙ кем йөрөй?

Нимә бар һуң төн мәлендә? Эй бисара, йөрөгөрө!

—Һыу инәһе мин, килтер, ҡайҙа минең алтын тараҡ?

Бир! Бая көндөҙ алып ҡасты һинең улың, ҡараҡ!

Төшкән айҙың шәүләһе, мин юрған аҫтынан ҡарайым,

Ҡалтырайым, ҡурҡам: "Хоҙай! — тим, — инде ҡайҙа барайым?”

Һис өҙлөкһөҙ "шыҡ” та "шыҡ!” беҙҙең тәҙрәне ҡаға,

Ул ҡот осҡос сәстәренән, шишмә төҫлө, һыу аға!

Әсәйем алтын тараҡты тиҙ генә эҙләп табып,

Атты ла тышҡа, тиҙ үк ҡуйҙы тәҙрәне ябып.

Һыу инәһенән ҡотолғастын, тынысланғас, үҙе

Эй, әрләне, эй әрләне, эй әрләне һуң мине.

Мин дә шунан бирле ундай эшкә ҡыймай башланым,

"Йә, эйәһе юҡ!” — тип, әйберҙәргә теймәй башланым.

1908 йыл

(голосов:2)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар