Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 1-07-2015, 09:32 | Категория: Авторҙар / Хайуандар илендә

Просмотров 790
"Аҡбуҙат"та баҫылған:07-2015
Рубрика:Авторҙар / Хайуандар илендә
Исеме:АЛТЫН МӨГӨҘЛӨ БОЛАН
Автор:Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Салауат Ғиләзетдинов

 

Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ

 

 

АЛТЫН МӨГӨҘЛӨ БОЛАН

 

Китеп барған сағымда

Иркен ялан юлынан,

Килеп сыҡты ҡаршыма

Ғәжәп һомғол бер болан.

 

Ҡапыл ғына ул бына

Туҡтаны ла, ниңәлер,

Ғорур ҡарашын төбәп,

Ҡарап ҡуйҙы миңә бер.

Болан да,

мин дә өнһөҙ,

Ни әйтергә һуң уға?

Әллә ҡаушап ҡалдыммы, —

Йөрәгем дөп-дөп һуға.

Был хәлемде һиҙҙермәй,

Шым торҙом да саҡ ҡына,

Уға мөләйем бағып

Һүҙ башланым һаҡ ҡына:

—Әйтсе, Болан, ҡайҙарҙан

Килеп сыҡтың был яҡҡа?

Ваҡытың булһа әгәр,

Әйҙә беҙгә ҡунаҡҡа!

Һүҙҙәремде ишеткәс,

Ҡыуанды йылғыр кейек,

Аҡыллы күҙҙәренән

Осҡон сәселде кеүек.

Унан, һиҫкәнгән һымаҡ,

Ҡаранып алан-йолан,

Эс серен бүлешкәндәй,

Былай һөйләне Болан:

—Үпкәләй күрмә зинһар,

Ҡалалмайым оҙаҡҡа.

Юлым юлыҡһа, һиңә

Бер килермен ҡунаҡҡа.

Алыҫта йәшәйем мин,

Ҡырлас тауҙар билендә,

Мәңге йәшел ылыҫлы

Ҡарағайҙар илендә.

Күк Урал ҡаяһына

Менеп баҫҡан минутта

Минең алтын мөгөҙөм

Тейеп тора болотҡа.

Шул мәғрур тауҙарға

Ҡайтайымсы тиҙерәк,

Тыуып үҫкән төйәгем

Һағындырҙы бигерәк.

Шулай тип хушлашты ла

Ул зыйлап елеп китте…

Әйтерһең, тояҡтары

Күңелде телеп китте.

Ҡышын,

йәйен уҙһам да

Иркен ялан юлынан

Тап булмай шул һаман да

Алтын мөгөҙлө болан.

 

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар