СЕБЕШТӘР
Просмотров 833
- "Аҡбуҙат"та баҫылған:07-2015
- Рубрика:Авторҙар / Йәй / Йорт ҡоштары
- Исеме:СЕБЕШТӘР
- Автор:Кәрим БУЛАТ
- Район:
- Ауыл:
- Рәссам:Азамат Ғарипов
Кәрим БУЛАТ
СЕБЕШТӘР
Сыбар тауыҡ бик күп себеш
Сығарғас бүләк итеп,
Һанай алмай торам гелән,
Себештәргә иҫ китеп.
Күҙгә йөҙ булып күренә,
Йүгерәләр, шашалар.
Ярма, эремсек ташлаһам,
Ем өҫтөнә баҫалар.
Көн буйына һис ятмайҙар
Себешкәйҙәр кес кенә.
Тауыҡ ҡанаты аҫтына
Инәләр тик кис кенә.
(голосов:0)
Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар