Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 6-09-2013, 17:29 | Категория: Авторҙар / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре

Просмотров 1 252
"Аҡбуҙат"та баҫылған:2012-2
Рубрика:Авторҙар / Ҡыш / Йыл миҙгелдәре
Исеме:Һеперткелә осам
Автор:Юнир САЛАУАТОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Глеб ГОЛУБЕВ
Юнир САЛАУАТОВ / Һеперткелә осам

Азамат Мәсекәй әбей тураһындағы әкиәт уҡып ултырҙы ла уйға ҡалды. Ул кешеләрҙең самолетҡа, вертолетҡа, космос корабленә ултырып осҡанын белә. Ә бына һеперткегә ултырып осоуҙы ишеткәне лә, күргәне лә юҡ. Был хаҡта ул олатаһынан һораны.

— Мин һиңә ҡыш еткәс, һеперткегә ултырып осорға өйрәтермен, тип ҡуйҙы ул.

Күп тә үтмәй ҡыш етте. Ҡар яуҙы. Йылға ярынан санала, саңғыла шыуырға күп балалар йыйылды. Азамат та килде. Шыуыуы бик күңелле лә, тик ярҙан шыуғанда саңғы шундай шәп шыуа — Азамат йә йығыла, йә ултыра төшә. Уның быға кәйефе бик ҡырылды. Яр башына менеп еткәс тә уны олатаһы ҡаршы алды. Үҙе һепертке тотоп алған.

— Бир әле саңғыңды, хәҙер һин дә һеперткегә ултырып осорһоң, —тине.

Олатаһы саңғы таяғының бер яҡ башына, шыуып төшмәҫлек итеп, һепертке бәйләне. "Әкиәттәге — Мәсекәй әбейҙең һеперкеһе бит", — тип уйлап ҡуйҙы Азамат.

— Улым, бына ошо һепертке бәйләнгән саңғы таяғына атҡа менеп ултырған кеүек ултыр. Ярҙан шыуғанда саңғың шәп шыуһа, таяҡҡа нығыраҡ баҫып яһа. Һепертке ҡарға ышҡылып саңғының тиҙлегент кәметер.

Азамат, нәҡ олатаһы өйрәткәнсе һепертке бәйләнгән саңғы таяғына ултырып тауҙан шыуып төшөп китте. Ул йығылманы ла, саңғы тиҙлеге лә уртаса булды. Уны ҡарап торған олатаһы:

— Элек һунарсылар бейек тауҙарҙан саңғыла бына шулай һеперткегә ултырып шыуғандар, — тип аңлатты.

Азамат. Саңғыла һеперкегә ултырып шыуырға бик оҫтарҙы, хатта бейек тауҙың башынан уҡ шыуып төшә башланы. Уны күреп ололар:

"Азамат саңғыла шыумай, ә һеперткегә ултырып оса", — тип ғәжәпләнеп баш сайҡаны.
(голосов:1)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар