Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 4-08-2016, 10:08 | Категория: Алтын бишек / Минең ғаиләм

Просмотров 729
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2016
Рубрика:Алтын бишек / Минең ғаиләм
Исеме:Әхирәттәр
Автор:Гөлсинә ЙОСОПОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ҠӘЙҮМОВА

 

 



Әхирәттәр
(хикәйә)
Диләфрүз менән Сафия бик дуҫ әхирәттәр: бергәләп өй ҡорған, ҡурсаҡ уйнатҡан, конструктор төҙөгән, баҫтырыш менән йәшенмәкте лә яратҡан.
Бер заман Диләфрүзгә ата-әсәһе матур ғына күлдәк һатып алған. Итәктәре ҡабарып тора, кеҫәләре, билбауы, талир тәңкәләре лә бар. Уны Сафия ла бик-бик оҡшатҡан. Үҙенә лә тап шундай күлдәк алып биреүҙәрен теләгән. Әммә ҡыҙ әсәһе менән бөтә магазиндарҙы ҡыҙырып эҙләһәләр ҙә, теләгәне табылмаған. Атаһы эш сәфәре менән Мәскәүгә, хатта Ҡытайға, Төркиәгә лә барған сағында эҙләп ҡараған, ләкин, ундай күлдәкте бер ерҙә лә тапмаған.
Быны күреп, әхирәте өсөн борсолған Диләфрүз:
– Дуҫҡайым, әйҙә беҙ уны алмашлап кейәйек. Бер көн мин, ә икенсе көнө – һин! — тигән.
– Минең көн һайын ошондай күлдәк кейеп йөрөгөм килә шул, — тигән Сафия ирендәрен бүлтәйтеп.
Әхирәтенең үпкәләүен теләмәгән Диләфрүз:
– Улайһа, әсәйемдән рөхсәт һорайым да мин уны һиңә бүләк итәм!
Дуҫы өсөн янып-көйгән ҡыҙына әсәһе бик ҡыуанған. Донъяла, киреһенсә, башҡаларҙа булмағанды кейеп маҡтанып ҡына йөрөгән ҡыҙҙар ҙа бар бит. Ә үҙеңде өҫтөн тотоу һис кенә лә килешмәй.
–Бүләк ит, балам, күңеле булһын әхирәтеңдең. Күлдәктәрҙең йәнең теләгәнен һатып алып, йә тектереп кейеп була, ә ысын дуҫлыҡты табыуы ауыр.
Диләфрүз күлдәкте төрөп, матур ғына ҡумтаға һалған да Сафияларға киткән. Ҡыҙҙың ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Әхирәтен ҡосаҡлап алған да:
– Дуҫҡайым, һәйбәт әхирәт һин! Ләкин мин уны кейә алмайым шул. Сөнки хәҙер һинең күҙең ҡыҙасаҡ, – тигән.
"Ысынлап та”, – тип уйлаған Диләфрүз.
Әхирәттәр, "Ни эшләргә икән?” — тип баш ватып торғанда, күлдәкте Сафияның кескәй генә һылыуы Ғәлиә лә күреп ҡалған!
– Ниндәй матул!!! Мин дә кейеп ҡалайыммы?
"Ҙур апайҙар” ни, ризалашҡан. Килешеп тора икән үҙенә! Итәктәренең оҙонораҡ булыуын иҫәпкә алмағанда, тап-таман! Ҡыҙҙар көлөшкән-көлөшкән дә, әсәйҙәре менән кәңәшләшеп, күлдәкте Ғәлиәгә бүләк иткәндәр ҙә ҡуйғандар.
Гөлсинә ЙОСОПОВА.
 
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар