Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 5-08-2016, 08:53 | Категория: "Аҡбуҙат"ҡа бағышлана

Просмотров 867
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2016
Рубрика:"Аҡбуҙат"ҡа бағышлана
Исеме:
Автор:
Район:Баймаҡ
Ауыл:Урғаҙа
Рәссам:
ҺаумыҺығыҙ, "Аҡбуҙат” журналы редакцияһында эшләүсе ағайҙар, апайҙар! Беҙ "Гөлнәзирә” балалар баҡсаһының "Тейенкәй” төркөмөндә тәрбиәләнеүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар. Тейен кеүек етеҙ, йылғыр беҙ. Баҡсаға бик теләп йөрөйбөҙ. Һәр төрлө уйындар уйнайбыҙ, ярыштар үткәрәбеҙ. Әлбиттә, беҙгә малайҙарға, һикереп, йүгереп уйнауы күңеллерәк. Һүрәт төшөрөргә, әүәләргә, дидактик уйындар уйнарға ла яратабыҙ. Беҙҙең төркөмдә ҡыҙҙар малайҙарға ҡарағанда аҙыраҡ. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа әүәләргә, һүрәт төшөрөргә яраталар. Розалия, Айзилә исемле ҡыҙҙарыбыҙ һүрәт төшөрөү буйынса зона ярышында 1-се урынды яуланылар. Район үҙәгендә үткәрелгән ярышҡа барыр инеләр, быйылғы бурандар юлды ябып ҡуйҙы.
Бурандар, ҡар, һыуыҡтарға ҡарамай беҙ баҡсаға көндә киләбеҙ. Ҡыш көнө саф һауала уйнауы ла бик күңелле.Әле беҙ төркөмдә аҙыраҡ кәменек, иптәштәребеҙ грипп осоронда баҡсаға йөрөмәй башланылар. Беҙҙең тәрбиәселәребеҙ Ульйәбаева Зилә Солтанахмәт ҡыҙы, Муралеева Люциә Фәтих ҡыҙы. Ә баҡсабыҙ Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында урынлашҡан.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар