Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 24-12-2016, 14:58 | Категория: Авторҙар / Исемдәр/Имена / Алтын бишек / Минең ғаиләм

Просмотров 825
"Аҡбуҙат"та баҫылған:12-2016
Рубрика:Авторҙар / Исемдәр/Имена / Алтын бишек / Минең ғаиләм
Исеме:
Автор:Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Зыяи

Күрше ҡыҙы Рәүилә

 

 

Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА

Күрше ҡыҙы Рәүилә

 

Күрше ҡыҙы Рәүилә

Бик матур бейей белә,

Каникулда ауылға

Гелән ҡунаҡҡа килә.

Олатаһы ейәнсәргә

Быйманы үҙе баҫҡан,

Үҙе матур, эй ҙә йомшаҡ,

Ә төҫтәре ап-аҡтан.

Быйма кейеп Рәүилә

Көҙгө алдына килә.

Бейеп-ырғып уйнаны,

Ҡотлайым, тип, быйманы.

Аяҡтарын һелтәгәйне

Матур баҫам, тип, харап,

Быймалары һыпырылып

Осто көҙгөгә ҡарап.

Селпәрәмә килеп көҙгө

Шунда ыуылып төштө.

Олатаһы ла аһ итте:

— Балам, боҙҙоң бит эште.

Ярсыҡтарҙы йыйып ҡыҙ

Олатаһын йыуата:

— Инде бейегән сағымда

Гелән кейермен ҡата.

 

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар