Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова

    image
    Аҡбуҙат/Айһылыу Йәғәфәрова
  2. Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

    image
    Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН
  3. Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина

    image
    Маҡтансыҡ Һигеҙаяҡ / Гөлшат Әхмәтҡужина
  4. Золотое яблоко

    image
    Золотое яблоко
  5. ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА

    image
    ЙОМРОҠАЙ/Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
  6. ҺЫУҺАР

    image
    ҺЫУҺАР
Баҫылды : 18-01-2017, 10:33 | Категория: Авторҙар / Шиғырҙар / Минең ғаиләм / Хайуандар илендә

Просмотров 720
"Аҡбуҙат"та баҫылған:01-2017
Рубрика:Авторҙар / Шиғырҙар / Минең ғаиләм / Хайуандар илендә
Исеме:Дуҫ итеп кенә һөйләйем
Автор:Рәдиф Тимершин
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя Ҡәйүмова

Дуҫ итеп кенә һөйләйем

 

Дуҫ итеп кенә һөйләйем

Дуҫ итеп кенә һөйләйем 

Беләһең бит, беҙҙең баҡса

Терәлгән әрәмәгә.

Шул тирәнән ҡайтып барһам,

Күҙ төштө бер нәмәгә:

Яңы яуған ҡар өҫтөндә –

Ниндәйҙер сәйер эҙҙәр!

Иҫкә төштө, ҡышын ҡуян

Килгеләй, тигән һүҙҙәр.

"Нисек ҡуян тоторға?” тип

Уйлап йөрөгәс оҙаҡ,

Һалдым ҡуян һуҡмағына

Сымдан яһалған тоҙаҡ.

Көн дә сығып, ҡарап алам:

Эләкмәгәнме ҡуян?

Ҡар күмгән тоҙаҡты шунан

Ҡалҡытыбыраҡ ҡуям.

Эләкте бер заман теге!

Үҙем дә уяу бит, ә!

Тик тоҙаҡҡа ҡуян түгел,

Эләккән... Мыяубикә!

Ярай, бер кем дә күрмәне,

Белмәне әле, ярай.

Дуҫ итеп кенә һөйләйем,

Өндәшмә инде, малай...

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар